Сол. Соғол. Синетләү. Синегеү. Суй.

Сол.

Телһөйәр
Сол. Соғол. Синетләү. Синегеү. Суй.
Телһөйәр

“Сол” - бәләкәй йылғаны белдергән һүҙ. Миҫалдарҙы дауам итәйек: Үтә күренмәле сол. Солда таштар ялтырап ята.

………………………….

Соғол.

“Соғол” тигән һүҙ “етди, уйсан” мәғәнәһендә йөрөй ала. Миҫалға: Соғол кеше.

…………………….

Синетләү.

Серегән бүрәнәләрен алыштырып, йортто йә бүтән ҡаралтыны йүнәтеү, ипләү “синетләү” була ла инде. Мәҫәлән: Өйҙө синетләү. Синетләнгән келәт.

……………….

Синегеү.

Күҙ тейеп ауырыуҙы борон “синегеү” тип тә һөйләгәндәр. Миҫал өсөн: Синеккән мал. Синегеүҙән дауалаған имсе.

………………………..

Суй.

“Ныҡ, ҡаты” тигән мәғәнәлә ағасҡа ҡарата ҡулланылған һүҙ. Суй имән. Суй ағастан яһалған әйбер.

Башҡорт телендә онотолоп барған һүҙҙәрҙе иҫкә төшөрәбеҙ.
Телһөйәр
Ҡырма - кейемгә, оҫта һүҙ - телгә биҙәк.
Телһөйәр
Телебеҙҙе байытҡан яума, яумыр, абыстай, арал тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңлатабыҙ.
Телһөйәр
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии