Сыған. Сыған һуғыу. Сәдәф. Сәркәш. Сәңгәр.

Сыған.

Телһөйәр
Сыған. Сыған һуғыу. Сәдәф. Сәркәш. Сәңгәр.
Телһөйәр

Берәй ерҙән нимәнелер сығарыу, үткәреү урыны. Мәҫ.: Кисеү сығанын үтеү.. Бүрәнә сығаны киң генә..

………..

Сыған һуғыу.

“Сыған һуғыу” тип, эҙ яҙҙырыу хаҡында әйтелә. Миҫал: Ҡайһы бер йәнлек-хайуан сыған һуғыуға оҫта.

……………………..

Сәдәф.

“Сәдәф” тигән һүҙҙе осратһағыҙ, “Перламутр” йә “перламутрҙан яһалған” тигәнде аңларға кәрәк. Әйтәйек: Ҡыҙыл диңгеҙҙә табылған сәдәф. Сәдәф биҙәүес.

…………………….

Сәңгәр.

Йәй йә көҙ тыуған мал тураһында “сәңгәр” тиҙәр. Миҫал: Сәңгәр быҙау. Сәңгәр бәрәс.

…………………..

Сәркәш.

“Сәркәш” һүҙенең бер мәғәнәһе ул : 1.Тыңлауһыҙ, үҙ һүҙле. Миҫалға: Сәркәш бала.

Икенсеһе - һуғышып барыусан. Миҫал : Сәркәш әтәс.

Башҡорт телендә онотолоп барған нағыҙ, наҙир, науалы кеүек һүҙҙәрҙе иҫкә төшөрәбеҙ.
Телһөйәр
Мәүлен. Мәрһәм. Мәрәй. Нағалау тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә төшөнәбеҙ.
Телһөйәр
Мөр, мөрөн, мәҙе һүҙҙәренең мәғәнәһен барлайбыҙ.
Телһөйәр
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями
Пенальти