Тарма. Татау. Таштабаҡ. Таштуҫтаҡ. Ташаяҡ.

Тарма.

Телһөйәр
Тарма. Татау. Таштабаҡ. Таштуҫтаҡ. Ташаяҡ.
Телһөйәр

“Тарма” һүҙенең бер үк мәғәнәләге иптәше – “киндер”. Миҫалдар: Тарма орлоғо. Тарманан май һығыу. Тарма сүсе.

……………

Татау.

“Тартыу, һуҙыу” тигәнде белдергән һүҙ. Мәҫәлән.: Тирене татау. Йыуылған яулыҡты татап киптереү.

……………..

Ташалау.

Кемделер яҡлау, ҡурсыу күҙҙә тотолһа, “ташалау” һүҙен ҡуллана алабыҙ. Миҫалға: Дошмандан ташалау. Көсһөҙҙө ташалау.

…………………….

Ташаяҡ. Таштабаҡ. Таштуҫтаҡ.

Был һүҙҙәр барыһы ла һауыт-һабаны белдерә.

Ташаяҡ - ҙур булмаған ҡом һауыт. Миҫал: Семәрле ташаяҡ.

…………………..

Таштабаҡ.

Киң ҡом һауыт була. Миҫал: Таштабаҡҡа аш һоҫоу.

……………..

Таштуҫтаҡ.

Таштабаҡтан бәләкәйерәк ҡом һауыт. Мәҫәлән: Боронғо таштуҫтаҡ

Башҡорт теленең һирәк ҡулланылған Нәҙелле. Нәйәт. Нәпсеү. Нәүбәтсе һүҙҙәрен иҫкә төшөрәбеҙ.
Телһөйәр
Нышыу. Нәҙек эш. Нөгәләшеү. Нурыу тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә төшөнәбеҙ.
Телһөйәр
Телебеҙҙе байытабыҙ, онотолоп барған һүҙҙәрҙе иҫкә төшөрәбеҙ.
Телһөйәр
Пенальти
БАШКОРТТАР-БСТ