Тоба. Тойоҡ. Тоҡойоу. Тоҡон. Томтоҡ.

Тоба.

Телһөйәр
Тоба. Тойоҡ. Тоҡойоу. Тоҡон. Томтоҡ.
Телһөйәр

“Упҡын”, “ятыу”, “соңғол” тигән һүҙҙәрҙең синонимы. Миҫалға: Тәрән тоба. Йылғаның тоба урыны.

……………

Тойоҡ.

Батҡыл урын тураһында белдергән һүҙ. Миҫал: Тойоҡҡа төшөп ҡуйма.

……………

Тоҡойоу.

“Тоҡойоу” - “Күҙгә аҡ-ҡара күренмәй йүгереү, сабыу” мәғәнәһенә эйә. Миҫалға:. Ҡаты һөжүмгә эәлккән дошман килгән яғына кире тоҡойҙо.

………….

Тоҡон.

“Тоҡон” – тимәк, “Аҡмай ятҡан”. Миҫал өсөн: Тоҡон күл.

……………….

Томтоҡ.

“Ҡыҫҡа буйлы” тигәндә ҡулланылған һүҙ. Мәҫәлән: Томтоҡ кеше.

Нышыу. Нәҙек эш. Нөгәләшеү. Нурыу тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә төшөнәбеҙ.
Телһөйәр
Телебеҙҙе байытабыҙ, онотолоп барған һүҙҙәрҙе иҫкә төшөрәбеҙ.
Телһөйәр
Башҡорт телендә онотолоп барған нағыҙ, наҙир, науалы кеүек һүҙҙәрҙе иҫкә төшөрәбеҙ.
Телһөйәр
Пенальти
БАШКОРТТАР-БСТ