Аһ, бер ҙә анһат түгел һаҙҙан
Тәпәнауыҙҙы һөйрәү.
Корней Чуковскийҙың шиғырын оригиналында белгәндәр, бәлки, тәпәнауыҙҙың нимә аңлатҡанын шунда уҡ аңлар. Ә беҙгә был һүҙ бик тә оҡшай.
…
Тәпәнауыҙ.
“Бегемот” тигән хайуан бар. Уны һөйләштә ҡулланылған “тәпәнауыҙ” тигән һүҙ менән атау бөтөнләй башҡортса яңғырай бит. Алдағы миҫалды ҡабатлау артыҡ булмаҫ:
Аһ, бер ҙә анһат түгел һаҙҙан
тәпәнауыҙҙы һөйрәү.
Шиғыр русса былай яңғырай:
Ох, нелегкая это работа -
Из болота тащить бегемота.
…
Тәңгә.
Тәңгә арҡалы ултырғыс була. Мәҫәлән: Ағас тәңгә. Тәңгәләр яҡшы тауар менән көпләнгән.
…
Тәңк. Тәңкләү.
Нимәнелер тәртипләп ҡуйыуҙы, һалыуҙы белдергән һүҙ. Әйтәйек: Урын-түшәктең тәңкен тотоу. Таҙа керҙе тәңкләу. Кейем тәңкләнеп һалынды.
…
Тәңкем.
“Һаман”, “гел” тигән һүҙҙәр ҙә, “Тәңкем” дә мәғәнәһе буйынса бер үк. Миҫалға: Тәңкем өйрәнгән юлдан йөрөү. Радио тәңкем һөйләп тора.
…
Тәңкәсуҡ.
“Сулпы”ның диалекттарҙа осраған синонимы – тәңкәсуҡ. Миҫал: Өләсәйҙәрҙең тәңкәсуғы.
…
Был һүҙҙәрҙе иҫтә ҡалдырыу әллә ни түгел, һәр хәлдә тәпәнауыҙҙы һаҙҙан һөйрәп сығарыуҙан еңелерәк инде ул.