Тел хикмәте күп һөйләүҙә түгел, самалы һүҙ ярҙамында ла мәғәнә еткереүҙә. Аҙ һүҙ ҙә бай, тәрән йөкмәткегә эйә була ала. Бына шундай һүҙҙәрҙең бер нисәһе.
…
Һөм.
“Йөҙ-ҡиәфәт” тигәнгә тура килә. Әйтемдән миҫал: Эт тиһәң, йөнө юҡ, әҙәм тиһәң, һөмө юҡ.
Һүрәпән.
Үлән баҫҡан юл, һуҡмаҡ хаҡында электән “һүрәпән” һүҙен ҡулланып һөйләгәндәр. Миҫал: Һүрәпән юлдан барыу. Урман эсенә һүрәпән һуҡмаҡ илтә.
Һығымса.
Русса “вытяжка, экстракт” тип йөрөтөлһә, башҡортса ул “һығымса” була. Миҫал: Сәй һығымсаһы. Шифалы үләндәр һығымсаһы.
Һелкәү.
Икмәк тураһында ҡулланылған һүҙ. Мәғәнәһе – бысыйыраҡ, бешеп етмәгән.
Һыҙыра. Һыҙырым.
Һөйләштәргә хас һүҙ. “Тына” тигәнгә тура килә. Мәҫәлән: Бер һыҙырым баҡса утаныҡ. Ял иткәс, тағы бер һыҙыра эшләрбеҙ.
….
Тел хәтере һүрәпәнгә әйләнмәһен тиһәгеҙ, туған телдә һөйләшегеҙ, һүҙ байлығын туплағыҙ.