Һыҡы. Һыҡмыр. Һыҡтырғыс. Һынығыу. Һыҡыу

Һыҡмыр.

Телһөйәр
Һыҡы. Һыҡмыр. Һыҡтырғыс. Һынығыу. Һыҡыу
Телһөйәр

“Һаран” тигән һүҙгә тура килә. Миҫал: Һыҡмыр әҙәм. Әкиәттә үтә һыҡмыр кешенең һаранлығы арҡаһында отолоуы бәйән ителә.

Һыҡтырғыс.

“һыҡтырғыс” халыҡ һөйләшендә бик һирәк осраһа ла, көнкүрештә уны белдергән әйберһеҙ ҡайһы бер кейем-һалымды тотоноп та булмаҫ. Йомаҡ һүҙҙең яуабы - “Резинка”. Ысынлап та, салбар йә итәк биллеге тиһеңме, йә балаҡ, ең осон бөрөү өсөн тиһеңме, хатта ҡыҙ-ҡырҡындың сәсен йыйып ҡуйыу өсөн дә һыҡтырғыс кәрәк. Миҫалдар: Модала - ҡаты һыҡтырғыстан яһалған билбау. Бала бейәләйҙәрен юғалтмаһын өсөн, кейеменең ең осона һыҡтырғыс менән тегеп ҡуялар.

Һынығыу.

1. Ломить, йәғни, эшләмәй йөрөп эшлгәндән һуң тәндең ныҡ ауыртыуы. Миҫалға: Байтаҡ бесән сапҡандан һуң тән һынығып алды.

2. Имгәнеү, биртенеү хаҡында ла һөйләгәндә “һынығыу” һүҙе тура килер. Миҫал: Ауыр эшкә ҡыҙыу тотонма, һынығырһың.

Һыҡыу.

“Һыҡыу” – тимәк, тамаҡҡа аҙыҡ тығылыу. Мәҫәлән: Ҡаты икмәк тамаҡҡа һыҡып ҡуймаһын.

Башҡорт теленең һирәк ҡулланылған Нәҙелле. Нәйәт. Нәпсеү. Нәүбәтсе һүҙҙәрен иҫкә төшөрәбеҙ.
Телһөйәр
Нышыу. Нәҙек эш. Нөгәләшеү. Нурыу тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә төшөнәбеҙ.
Телһөйәр
Телебеҙҙе байытабыҙ, онотолоп барған һүҙҙәрҙе иҫкә төшөрәбеҙ.
Телһөйәр
Волна
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями