Һәғәттә. Һырғаҡ. Һылтағай. Һыпатлы. Һыпат.

Һырғаҡ.

Телһөйәр
Һәғәттә. Һырғаҡ. Һылтағай. Һыпатлы. Һыпат.
Телһөйәр

Күп мәғәнәле һүҙ. Тәүгеһе – йәбешеп тороусан, һырып барыусан. Миҫалға: Һырғаҡ ҡар. Һырғаҡ үлән.

Икенсе мәғәнәлә һырғаҡ тип ҡаты, әсе елгә ҡарата әйтәләр. Миҫал: Төньяҡтан һырғаҡ ел иҫә.

Ә бүре һырғағы тигәне март уртаһында була торған һуңғы буранды белдерә. Мәҫәлән: Бүре һырғағынан һуң көн аяҙытып ебәрҙе.

………….

Һыпат.

Һыпат ул - кешенең йөҙ-ҡиәфәте. Миҫал: Матур һыпат.

Һыпатлы.

Һыпатлы “Төҙ, күркәм йөҙ-ҡиәфәтле” тигән мәғәнәне аңлата. Һыпатлы кеше. Үҫмер һыпатлы егеткә әйләнде.

Һыптағай.

Иркен итеп тегелгән кейем тураһында шулай тиҙәр. Һыптағай күлдәк. Бесән сапҡанда һыптағай кейем уңайлы.

………

Һәғәттә.

Был һүҙ әлегә һирәк-һаяҡ булһа ла осрай. Йәнле телмәрҙән бөтөнләй төшөп ҡалмаһын тип, иҫкәртеү урынлы. “Хәҙер үк, бик тиҙ” тиер урынға “Һәғәттә” тип әйтеү ҡолаҡҡа бик яғымлы яңғырай. Мәҫәлән: Эште һәғәттә башҡарыу. Юлға һәғәттә йыйыныу

Башҡорт теленең һирәк ҡулланылған Нәҙелле. Нәйәт. Нәпсеү. Нәүбәтсе һүҙҙәрен иҫкә төшөрәбеҙ.
Телһөйәр
Нышыу. Нәҙек эш. Нөгәләшеү. Нурыу тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә төшөнәбеҙ.
Телһөйәр
Телебеҙҙе байытабыҙ, онотолоп барған һүҙҙәрҙе иҫкә төшөрәбеҙ.
Телһөйәр
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии