Башҡорт әҙәбиәте ғилеменең һәм фольклорының ҙур ҡаҙаныштары Әхнәф Харисов исеме менән бәйле. Ғалимдың төп хеҙмәте – фәнгә тос өлөш индергән “Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы. XVIII – XIX быуаттар” исемле монографияһы – тәүҙә башҡорт, унан урыҫ телдәрендә донъя күрә.