Иҙел буйындағы Ҡотан ауылының тарихы ҡатмарлы. Боронғо исеме - Мәсетле. Бүгәс етәкселегендәге 1773-1775 йылғы Крәҫтиәндәр яуының бер өлөшө лә, Колчак әрмеһе лә ошо ауыл аша үтә. Аҡтар-ҡыҙылдар заманы ла бөлдөрә. Башҡа тарафтарҙағы дин әһелдәренекенә оҡшаш яҙмышлы, шул мәлдәге дин әһеле Кантон затынан булған ҡыҙыл ғәскәр ҡорбаны Әбелғата Ишемов хаҡында.