Зиннәтулла Булашев, 1930−37 йылдарҙа БАССР-ҙың Халыҡ комиссарҙары Советы рәйесе вазифаһын үтәй. Тик ул Сталин хакимлыҡ иткән мәлдә, бик күп талантлы шәхестәр кеүек, “халыҡ дошманы” тип нахаҡҡа ғәйепләнә һәм атып үлтерелә. Үкенескә күрә, Башҡортостандың үҫешенә үҙ өлөшөн индергән Булашев фамилиялы шәхес тураһында бөгөн бик һирәк ишетелә. Ә бит республикала төп индустриаль объекттарҙың төҙөлә башлауы тап Зиннәтулла Ғиззәтулла исеме һәм эшмәкәрлеге менән бәйле.