Дүртөйлө районы Иҫке Байыш ауылынан Фәтиховтарҙан дүрт ир-егет Бөйөк Ватан һуғышына китә. Улар араһынан Әмир Фәтих улы иҫән булып, йөҙгә етеп килгән уҙаман менән танышып аралашыу илебеҙҙең бер быуатлыҡ тиерлек тарихын асып һала.