Бөйөк Ватан һуғышы хаҡында олатайҙарҙан ишетеп кенә белһәк тә, йылдар уҙған һайын ят - бауырҙарҙан төрлө фекерҙәр ишетелеп ҡалһа ла, шул осор киләсәккә бер һынау булып тора. Тылдағы хәл-ваҡиғаларҙы һорашыу, яугирҙәр һәм уларҙың балалары менән аралашау, хәтирәләр барлау - һәр кемдең бурысы. Краснокама районы Иҫке Йәнъегет ауылынан һуғыш йылындағы үҫмер, Барый уҙамандан атаһы Ғаффан Ғүмәр улы Fүмәров хаҡында һорашыуыбыҙ шул ниәттә булды.