Миллиондарса ҡорбан биреп яуланған Бөйөк Еңеү мәле ил тарихында ҡалып тиҫтә- тиҫтә йылдар буйы уртаҡ шатлығыбыҙ булып тора . Яу мәшхәрендә имен ҡалып, ҡайтҡас тыуған иленең тыныс тормоштағы үҫешенә көс һалыусылары ла бихисап еремдең. Уларҙың береһе- Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 100 йәше алдынан баҡыйылыҡҡа күскән Шәрифулла Иҫәнғужин. Ул - Әлшәй районы Ташлы ауылында тыуған. ,,Яҙмыштарҙа ил тарихы,, тапшырыуы уның хаҡында һөйләй.