"Юлдаш"та ҡунаҡта

Организмда  иң мөһиме булып иммун системаһы тора. Әгәр ул үҙ функцияһын үтәмәһә,  сәләмәтлек менән проблемалар барлыҡҡа килә. Шуға күрә ауырыуҙы витаминдар етмәү менән генә аңлатып булмай.

«Юлдаш»та ҡунакта
"Юлдаш"та ҡунаҡта
«Юлдаш»та ҡунакта

Иммунитетты кәметеүсе факторҙар

Улар - стресс, тейешенсә туҡланмау, йоҡо туймау һәм организмда йәшенгән вируслы инфекциялар.

Шулай уҡ даими рәүештә төрлө дарыуҙар, айырыуса антибиотиктар ҡулланыу иммунитет эшмәкәрлеген боҙа.

Киҙеүҙән нисек һаҡланырға

Киҫкен респиратор ауырыу өс көндән ашыу дауам итһә, табипҡа күренергә кәрәк. Мин грипҡа ҡаршы вакцина яһатыу яҡлы. Уны организм сирләмәгән ваҡытта, йәиһә ауырыуҙан һуң ике аҙна үткәс яһатырға ярай.

Гайморит - имунитет торошон күрһәтеүсе индикатор

 Гайморит – танау ҡыуышлығы ялҡынһыныуы ғына түгел. Ул тотош иммун системаһының түбәнәйеүе тураһында ла белдерә.

Гайморитты киҫәтеү өсөн танау ҡыуышлығын тоҙ менән йыуҙырыу дөрөҫ түгел. Иң дөрөҫө - аптеканан махсус һыу алып, шуны ҡулланыу. Сөнки тоҙло шыйыҡсаны үҙебеҙ эшләгән осраҡта, концентрация дөрөҫ булмауы мөмкин, был – шеш барлыҡҡа килеүгә сәбәп булып тора.

Үҙ аллы дауаланыу хәүефле

Танау ҡыуышлығын үҙ аллы дауаларға ярамай. Унда ҡан тамырҙары бик күп. Бөтә ҡан танау аша баш мейеһенә китә, шуға был мәсьәләгә бик етди ҡарарға кәрәк.

Фото №1 - "Юлдаш"та ҡунаҡта
Иртәнге ҡунаҡтар рубрикаһында Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артсисткаһы Гөлшат Гайсина
Иртәнге ҡунаҡтар рубрикаһында Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артсисткаһы Гөлшат Гайсина
«Юлдаш»та ҡунакта
Иртәнге эфирҙа ҡунаҡта популяр йырсы Тимур Рамаҙан
«Юлдаш»та ҡунакта
"Юлдаш"та ҡунаҡта
"Юлдаш"та ҡунаҡта
«Юлдаш»та ҡунакта
Пенальти
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии