Алым менән һалымдың ҡатмарлы аралары

      Рәсүл Сәғитов:

Фото №1 - Алым менән һалымдың ҡатмарлы аралары

      – Һалымдан ҡалмаһаң, алымдан да ҡалмаҫһың. Әхлаҡи яҡтан ҡарағанда ысынлап та шулай булырға тейеш, әлбиттә, сөнки ваҡытында, тулы күләмдә түләгән һинең дә ниндәйҙер социаль ярҙаммы, Конституцияла гарантияланған бушлай хеҙмәт менәнме файҙаланыуың һәм түләмәгән башҡа берәүҙең дә быны тамсы тартыныуһыҙ башҡарғаны – йомшартып әйткәндә лә әле, ғәҙел түгел. Ул ғынамы, бушлайға яман өйрәнгән бәғзе замандаштың фиҙаҡәр эшләп йөрөгән, шул арҡала ҡайҙалыр килеме әҙ күрһәтелгән ҡағыҙ тапшырмаған бүтәнгә өҫтән ҡарауы күренеше лә булғылай – йәнәһе, йәшәй белмәйһең… Шуға күрә ваҡыт-ваҡыт ил хөкүмәтенеңме, парламентыныңмы йәмғиәтте мыжғытып ебәргән төрлө башланғыстарын ҡаҙнаны тулыландырыуҙың бер ысулы тип кенә түгел, ә ҙурҙан алғанда, ана шул ғәҙеллеккә яҡынайтыу аҙымы тип тә баһалап булалыр бит. Был инде дөйөм граждандар йәмғиәтендәге лә бөтөнлөккә, тыныслыҡҡа ыңғайлата, тыныслыҡтың, үҙ нәүбәтендә, иҡтисади яҡлап та яңы үрҙәргә илткәненә лә, әйҙәгеҙ, ишаралайыҡ.

      Артабан социология фәндәре кандидаты Илгиз Солтанморатов һәм хәбәрсе Зәйтүнә Ниғмәтйәнова ҡатнашлығындағы фекер алышыуға күсәбеҙ.

 

Рух ныҡлығы өҫтәне
Рух ныҡлығы өҫтәне
Асыҡ студия
Геройҙар исемен мәңгеләштереү
Геройҙар исемен мәңгеләштереү
Асыҡ студия
Сәсереңдән алда һатырыңды уйла
Сәсереңдән алда һатырыңды уйла
Асыҡ студия
Уфимская волна
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями