Таңсулпан Бураҡаева:
500 меңлек бюджет менән төшөрөлгән “Еңмеш” фильмы 60 халыҡ-ара фестивалдә Гран-при яуланы
Башҡортостан кино эшмәкәрлегендә төп кәртә - аҙ финанслау, сөнки кино сәнғәте ныҡ ҡиммәтле өлкә. Быйыл ике киноға Президент гранты бүленде, беҙгә лә сират етер тип уйлайым. “Еңмеш” киноһын төшөрөү яҡынса һанағанда 500 меңгә барып баҫҡан. Уның алтмыш халыҡ-ара фестивалдә Гран-при яулағанын иҫәпкә алһаҡ, республика имиджын донъяға танытыу яғынан үҙен аҡланы. Рәсәй киноһына, тарихына ҡыҙыҡһыныу артты, тамашасының сит ил киноһы ғына ҡарап ултырғыһы килмәй.
Халыҡтың үҙаңы үҫә килә үҙ фильмдарына тартыла башлай
Феноменаль күренеш – аҙ бюджетлы региональ тулы метражлы фильмдар ҙа үҙҙәрен үҙҙәре аҡлап килем килтерә башланы. Кешеләрҙең үҙаңы үҫтеме, үҙҙәренең актерҙарын, ҡалаларын күргеләре килә. "Башҡортостан" киностудияһына ла тамашасының ихтыяжына яуап бирергә кәрәктер, тип уйлайым. Милли киноны яҡлаған һәм һаҡлаған закондар булмаһа, ул үҫешә алмай, Ҡаҙағстанда ла, мәҫәлән, закондар ҡабул ителгәс кенә үҫешә башланы. Прокат - бөтә Рәсәй проблемаһы һәм беҙ быны үҙ аллы ғына хәл итә алмайбыҙ. Шулай булһа ла үҙебеҙсә хәл итергә тырышабыҙ. Киномобиль булдырылды, башҡорт киноһы кисәләре, башҡорт киноһы төнө үткәрәбеҙ, региондарға сығабыҙ. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы айырыуса ярҙам итә, “Ҡурай”, “Туған тел” каналдары аша тамашасыға еткерелә .
Милли кино - килем сығанағымы?
Беҙ аҙ ғына аҡсаны мөмкин тиклем дөрөҫ ҡулланырға тырышабыҙ, милли кино килем килтерергә тейеш түгел. Мәҫәлән, спектаклдәр театрҙарҙа артыҡ килем килтерә алмай, уларҙан бер кем дә килем һорамай. Ә беҙҙән тоталар ҙа, ҡайҙа һеҙҙең килем, тиҙәр. Беҙ - милли сәнғәттең бер өлкәһе, ҙур килем көтмәгеҙ. Кино сәнғәте Башҡортостан имиджы өсөн отошло. Беҙ бер диск ебәрәбеҙ һәм ул күп илдәрҙә күрһәтелә. Фестивалдәрҙә ҡатнашыу өсөн бик уңайлы. Киностудияла әлеге ваҡытта берҙәм фекерле тәжрибәле команда бар, был бик мөһим. Өмөт менән йәшәйбеҙ.
Башҡорт йәштәре, кино сәнғәтенә килегеҙ!
Башҡорт йәштәрен киноға уҡыуға саҡырам. Кино белгесенә үҙегеҙҙе алдан уҡ әҙерләгеҙ, ул бик ҡыҙыҡ өлкә. Уҡып ҡайтҡан башҡорт йәштәре юғалып ҡалмай, үҙҙәрен күрһәтә. Беҙҙә режиссерҙарға ҡытлыҡ юҡ тип әйтер инем, уҡып ҡайталар. Шул уҡ ваҡытта, беҙҙә артыҡ конкуренция юҡ, беҙ бер команда һәм быйыл һәр режиссер бер фильм төшөрҙө, ситуация ыңғай тип әйтергә була. Башҡорт киноһын үҫтереү өсөн үҙебеҙҙә премиялар булдырыу, кинофестивалдәр хаҡында хыялланабыҙ.
Айнур Асҡаров:
Киноның теле юҡ
Кино төшөргәндә иң төп бағыусы - “Башҡортостан” киностудияһы, әлегә башҡалар бик күп ярҙам бирә алмай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙә лә, Рәсәй кимәлендә лә ҡыҫҡа метражлы фильмдарҙың прокаты юҡ, аҡса йыйыуға йүнәлеш алынмаған. Минең фекеремсә, фильм яҡшы булһа, ниндәй генә телдә төшөрөлөүенә ҡарамаҫтан, оҡшаясаҡ, аңлайышлы буласаҡ. Киноның теле юҡ.
Киноға бүленгән аҡса Мәскәүҙә тороп ҡала
Беҙҙең дәүләт - Рәсәй. Киноға бүленгән аҡса Мәскәүҙә тороп ҡала, 8 компания уларҙы бүлешеп ала, ә бына нисек шул компаниялар араһына инергә - икенсе һорау. Питерҙа студенттар университет тамамлағас, күп кенә төшөрәләр, ләкин ,ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юғалып ҡалалар. Ҡыҫҡа метражлы киноларҙы фестивалдәрҙә күрһәтәләр, әммә прокат юҡ. 3-4 фильмды ҡушып күрһәтеп, аҡса йыйып маташалар. Тулы метражлы фильм төшөрөү - минең хыялым. Сценарий яҙа башланыҡ, алла бирһә, төшөрөрбөҙ тип уйлайым, төрлө яҡтан аҡса эҙләйбеҙ. Башҡортостанда режиссерҙар бармаҡ менән һанарлыҡ. Әйткәндәй, тағы бер яңылыҡ: кисә генә хәбәр килде, “Бал әсеһе” фильмы - “Алтын бөркөт” премияһына номинант.
Таңсулпан Бураҡаева:
Башҡорт киноһын Рәсәй киноһы менән сағыштырыу дөрөҫ түгел, беҙ аҙ һанлы халыҡ. Милли кинематограф ниндәйҙер кимәлдә, бәлки тулыһынса датацион булырға тейештер. Сериалдар - телевизион формат, беҙгә фильмдар тураһында уйларға кәрәк.
Ш.Бабич премияһына Айнурҙы тәҡдим иттек, еңер тип уйлайбыҙ, “Еңмеш” фильмы өсөн лайыҡ ул.