Уҡыусылар ил тарихын берҙәм китап буйынса өйрәнә башлаясаҡ.

 Рәсәй тарихы буйынса берҙәм китап булдырыу,  әлбиттә,  кәрәк ине. Һуңғы 15 йылда тарихи китаптар күп сыҡты. Был - ыңғай күренеш. Халыҡ  күп нәмәне  белде, аңланы.  Әле бер ҡалыпҡа һалып берҙәм китап яҙырға булдылар.

Асыҡ студия
Уҡыусылар ил тарихын берҙәм китап буйынса өйрәнә башлаясаҡ.
Асыҡ студия

Хужалар тарафынан һәр ваҡыт  тарихҡа ҙур әһәмиәт бирелде.  Сталин нығынғас та,  1934 йылда Киров менән  тарих программаларын эшләйҙәр.  1991 йылға тиклем Сталин концепцияһы йәшәп килде.   Хрущев әҙерәк  үҙенең үҙгәрештәрен, Брежнев үҙенекен индерҙе.  Шулай ҙа  Сталин һалған концепция йәшәп килде. Ватан тарихы - рус  милләте тарихы.  Бүтән халыҡтар  тарихы әҙ яҙылды.Әлеге  концепцияла ла шулай.

Элекке атамаларҙан арынырға кәрәк

Мәҫәлән “Монгол-татар иҙеүен” ,,Алтын  Урҙа иҙеүе,, тип түгел,  ,,Алтын  урҙа дәүере,, тиер инем.  Беҙ ҙә, үзбәктәр ҙә, ҡаҙаҡтар ҙа ла Рус дәүләте лә бик оҙаҡ йылдар Алтын урҙа осоронда  йәшәй , мәҙәниәте үҫешә…

Тарихты тәжрибәле кешеләр,  профессионалдар яҙырға тейеш.  Беҙҙең тарихсылар ҙа йыйылып,  тәҡдимдәрен,  программа,  концепциялар төҙөп,  Мәскәүгә ебәрҙеләр. Тағы ла йыйылышып һөйләшергә кәрәк.  Үҙгәрештәр өҫтәмәләр индерергә әле лә һуң түгел.

Тарих нисек бар,  шулай күрһәтелергә тейеш

Бөйөк тарих  тиҙәр, бөйөк халыҡ тип шаштырып ебәрәләр.  Тормоштоң ауыр яҡтарын да әйтеп үтергә кәрәк. Репрессиялар  булыуын да оноторға ярамай.  Тарихты нисек бар,  шулай күрһәтергә кәрәк. Мөмкин тиклем объектив яҙылырға тейеш. Кемдең кемлеген әйтергә кәрәк. Мәҫәлән  Сталин, Хрущев  ниндәйерәк  кеше булған. Диндәрҙе бер тигеҙ ҡарар кәрәк.  Бөгөн дәүләт диндән айырылған.

Тарихты кешеләр эшләй

Даһи кешеләрҙең тарихта өлөшө бар икән, улар   хаҡында яҙырға кәрәк. Беҙҙең  башҡорт халҡының  Уралдағы өлөшө, ихтилалдар хаҡында яҙып үтергә, милли геройыбыҙ  Салауат Юлаев, Зәки Вәлиди һәм башҡалар тарих китабына инергә тейеш.  Инмәһә инде  үҙебеҙҙекен яҙырға,  ул паралель барырға тейеш,  мәҫәлән, 70 процент Рәсәй тарихы була  икән, 30 процент мотлаҡ беҙҙең тарих. Фекерҙәрегеҙ булһа хаттар яҙырға, интернетҡа сығырға кәрәк. Үҙебеҙҙең фекерҙе белдерергә әле лә һуң  түгел.

Фото №1 - Уҡыусылар ил тарихын берҙәм китап буйынса өйрәнә башлаясаҡ.
Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Асыҡ студия
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Асыҡ студия
Парламент эше.
Парламент эше.
Асыҡ студия
Волна
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии