Йыл йомғаҡтары: социаль өлкә

2013 йылдың иң әһәмиәтле закондары

Асыҡ студия
Йыл йомғаҡтары: социаль өлкә
Асыҡ студия

 

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, комитет рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов:

“Ҡабул ителгән закондарҙың 2013 йылда иң әһәмиәтлеләренең береһе - федераль ерҙәрҙә эконом класс буйынса торлаҡ төҙөү, уларҙы мохтаж булғандарға  биреү мөмкинлеге асылыуы. Был закондың беренсе емештәрен 2014-2015 йылдарҙа күрәсәкбеҙ. Был закон буйынса бер нисә аукцион үтте. Төҙөлөш 2014 йылда башланасаҡ. Беҙ граждандарға яңы мөмкинлектәр бирергә тейешбеҙ.  Социаль программаларҙы киңәйтергә кәрәк, тип уйлайым”.

 

Тыуым һәм торлаҡ

Йәшәү сифаты яҡшырыуҙың төп күрһәткестәре – тыуым һәм торлаҡ.  Бөгөн республикала 90 мең кеше фатирға сиратта  тора. быйыл 2 миллион 470 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. Был күрһәткес йыл һайын арта барып, 2020 йылға 4 миллион квадрат метрға етергә тейеш тигән йөкләмә ҡуйыла. Файҙаланыуға тапшырылған торлаҡ майҙанын, мохтаждар иҫәбенә бүлеп ҡараһаң, проблема булырға тейеш түгел кеүек. Әммә уның әһәмиәтле өлөшөн баҙар иҡтисады ҡанундары буйынса алып барылған ҡиммәтле төҙөлөш, йәнә күп өлөшөн шәхси торлаҡ тәшкил итә. Ә сиратта һатып алырға мөмкинлеге булмаған, үҙе төҙөй алмаған, йәғни социаль торлаҡҡа мохтаж ҡатлам тора. Дәүләт сәйәсәте социаль йүнәлешле булһа ла, был тиҙ генә хәл ителә торған мәсьәлә түгел. Яңы ғаиләләр барлыҡҡа килә, һуңғы йылдарҙа сағыштырмаса тыуым да арта…

 

Торлаҡҡа сират, мәсьәләне хәл итеү юлдары 

Яңынан торлаҡҡа сират темаһына туҡталғанда, бюджет өлкәһендә эшләүселәр, авариялы йорттарҙа көн итеүселәр, ветерандар, етемдәр ҙә мохтаждар исемлеген тулыландыра.

Мәсьәләне хәл итеү юлдары  эҙләнмәй түгел, эҙләнә. Өс һәм унан күберәк, йә инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә төҙөлөш өсөн ер бүлеү - былтыр республикала ошондай закон ҡабул ителде. Ауырлыҡтар, ҡаршылыҡтар, төрлө дәғүәләр менән булһа ла был ҡанун тормошҡа ашырыла башланы. Быйыл республикала 36 меңдән ашыу ғаиләгә төҙөлөш өсөн ер участкаһы бүленгән. Әсә йөрәге ойошмаһы етәксеһе Гөлшат Ибраһимованың әйткәндәре. 

Декабрь айында Президент ҡулынан фатир асҡысы алып ҡыуаныусылар – Күгәрсен йәштәре. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Рөстәм Килсенбаев һөйләй.

Халыҡты иң борсоған торлаҡ мәсьәләһе сиселешен артабан Учалы районы миҫалында ҡарайыҡ. Хәбәрсебеҙ – Гәүһәр Мозафарова һүҙ ала.

 

 Йыл ваҡиғаһы

Быйыл Республика кардиология үҙәгендә Башҡортостан медицина тарихында беренсе тапҡыр йөрәк күсереп ултыртыла. Операция уңышлы үтә. Табиптар әйтеүенсә, 52 йәшлек пациент үҙен  яҡшы тоя.

2013 йылда Башҡортостанда шулай уҡ бауыр күсереү буйынса уңышлы ике операция үтте. Хирургтар бригадаһы менән  билдәле ғалим Мәжит Нартайлаҡов  етәкселек итә. Алтын ҡуллы табиптың үҙен тыңлайыҡ.

 

Балалар баҡсаһы

Башҡортостанда әле 1 644 баҡса эшләй, быйыл ғына 3 тиҫтәнән ашыу мәктәпкәсә учреждение тапшырылды. Уларға 194 мең 200 мең самаһы бала йөрөй. 40 мең малай һәм ҡыҙ сират көтә. Властар алдағы 2-3 йылда балалар баҡсаһы мәсьәләһе көн тәртибенән төшөп ҡала тип белдерә. Башҡортостандың мәғариф министры  Әлфис Ғаязов менән әңгәмә.

Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова  йылға ҡыҫҡаса байҡау яһай, яҡынлашып килгән Яңы йыл уңайынан байрам теләктәрен еткерә.

 

Медицина

Ә был йүнәлешкә иғтибар әҙ түгел. 2011-2013-сө йылдарҙа Башҡортостанда медицина тармағына 16 миллиард ярым һум аҡса бүленгән. Был сумма дауаханаларҙың матди-техник базаһын нығытыу, табиптарҙың эш хаҡын күтәреү, медицина учреждениеларында берҙәм мәғлүмәт базаһы булдырыуға йүнәлтелгән. Программаның һөҙөмтәһе - дауаханалар төҙөлә, медицина учреждениелары заман талаптарына яуап биргән ҡорамалдар менән йыһазландырыла. Әммә тармаҡта проблемалар ҙа юҡ түгел. Мәҫәлән, кадрҙар мәсьәләһе киҫкен ҡала. Бигерәк тә, айырым йүнәлештәр буйынса белгестәр кәрәк. Ә ҡайһы бер муниципаль клиникаларҙа медицина аппараттары файҙаланылмай буш тора. Сөнки яңы ҡорамалдар менән эш итә белеүсе табиптар юҡ.

ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
Асыҡ студия
"Рәсәй - спорт державаһы"  халыҡ-ара форумы.
"Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара форумы.
Асыҡ студия
Артҡа ҡарап алға барыу
Артҡа ҡарап алға барыу
Асыҡ студия
Волна
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями