2013 йыл Башҡортостанда "Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау" исеме аҫтында үтте. Иҡтисади үҫеш шарттарында тәбиғәт таҙалығы артҡы планға күсә, шул сәбәпле бихисап мәсьәләләр киҫкенләшә. Экология темаһын йыл буйына күтәреп килеү -йыйылып киткән проблемаларҙы күреү һәм хәл итеү менән бәйле ине.
Уҙып барған йылға йомғаҡ яһап, Президент Рөстәм Хәмитов тәбиғәтте һаҡлау, экологик хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса мөһим 4 йүнәлеште билдәләне. Быға тиклем бысранған сәнәғәт биләмәләрен таҙартыу эшен яйға һалыу, обьекттарҙа таҙартыу ҡоролмаларын урынлаштырыу, фәҡәт экологик нормаларға яуап биргән предприятиелар төҙөү, тәбиғәт парктары, ҡурсаулыҡтарҙы халыҡ-ара ойошмалар ҡурсауына индереү. Был йәһәттән ЮНЕСКОның ярҙамын һәм тәжрибәһен өйрәнеү кәрәк, тине Республика етәксеһе.
Экологик хәл-торошто яҡшыртыу йүнәлешендә президенттың башҡа күҙаллауҙары ла бар. Уларҙың береһе – Республика биләмәләрендәге транспортты мөмкин тиклем күберәк һәм мөмкин тиклем тиҙерәк газ яғыулығына күсереү. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, 20 йыл элек һауаны бысратыусыларҙың 70 проценты сәнәғәт обьекттары, 30-ы - транспорт булһа, хәҙер, киреһенсә, транспорттың кире йоғонтоһо 70 процентҡа еткән. Әле Өфөлә 3-4 мең автомобиль газда эшләй, дөйөм автомобилдәр һаны 350 мең тирәһе.
Әйткәндәй, Башҡортостанда 2004 йыл да “Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау” исеме аҫтында үткәйне.
БР Президенты Рөстәм Хәмитов. "Экология өлкәһендә эшләгән, ҡала һәм ауылдарҙа таҙалыҡ, тәртип һәм матурлыҡ булдырған предприятиелар өсөн грант булдырасаҡбыҙ. Гранттар фонды ярайһы уҡ ҙур булырға тейеш. Экология өлкәһендәге эшҡыуарлыҡҡа ярҙам фондын булдырыу өсөн сауҙа, еңел сәнәғәт һәм башҡа мөһим өлкәләрҙән финанстар йәлеп итергә тура киләсәк, әммә бындай мөһим эш өсөн был аҙымға барырға ла мөмкин".
Йыл йомғаҡтарын барлағанда, Өфөләге яңы инвестиция проекты – “Кроношпан”ға бәйле хәлдәрҙе лә иғтибарһыҙ ҡалдырып булмай. Был ағас эшкәртеү заводын төҙөүгә бәйле ҡаршылыҡтар йыл дауамында тиерлек бара. Әлбиттә, халыҡ араһында бәхәс тыуҙырған һәр башланғыс төрлө яҡлап тикшерелергә тейеш.
Республикала ҡороған ағастарҙы эшкәртеү генә түгел, ә урман фондын яңыртыу ҙа әүҙем алып барыла.
Бер көндә - миллион ярым ағас. Октябрь айында иғлан ителгән “Йәшә, урман” акцияһында тап шунса төп үҫенте ултыртылған. Дөйөм алғанда, был акцияла 5 мең кеше ҡатнашҡан.
Быйыл яҙ Бөтә Рәсәй ағас ултыртыу акцияһы барышында ла республикала ярты мең гектар майҙанда 2 миллион 120 мең төптән ашыу үҫенте ултыртылды.
Өфө - экологик хәл торошо буйынса илдә 9-сы урында. Рәсәй Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы төҙөгән ҙур ҡалаларҙың экологик рейтингына 85 ҡала ингән, улар бер нисә төр, атап әйткәндә, һауа һәм һыу таҙалығы, транспорт һаны һәм башҡа күрһәткестәр буйынса тикшергән. Иң таҙа ҡалалар тип Курск, Мәскәү, Калуга, Саранск, Ижевск аталған. Өфө был исемлектә 9-сы баҫҡыста.
Мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, Башҡортостандың баш ҡалаһында һуңғы ике йылда атмосфераға бысраҡ ҡалдыҡтар сығарыу 25 процентҡа кәмегән.
"Ниндәй генә рейтинг булмаһын, шул иҫәптән, экологик та – ул төбәктең ҡәүәтен билдәләй. Бөгөн рейтингтар өсөн көрәш бара, сөнки улар тотороҡло үҫеште күрһәтә. Абруйлы агентлыҡтар төҙөгән рейтингтар башҡарма власть органдарына инвесторҙарҙы йәлеп итеү өсөн маяҡ булып тора".
Илдар Һаҙыев. Башҡортостан Тәбиғәт менән файҙаланыу һәм экология министры.
Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы үтеп бара, тәбиғәтте һаҡлау буйынса башҡарма органдар, йәмәғәтселек башҡарған эштәр күҙгә салынамы, ғөмүмән, республикала экологик хәл яҡшырамы? Был һорауҙар менән беҙ Башҡортостан Тәбиғәт менән файҙаланыу һәм экология министрлығының Өфө территориаль идаралығы баш белгесе Рөстәм Кәримовҡа мөрәжәғәт итәбеҙ.
"Республика ҙур сәнәғәт региондарына инә, беҙҙә инде нефть сығаралар, эшкәртеү заводтары күп, әммә һауаны иң ның бысратыусы булып булып автомобиль транспорты килә. Әлеге көндә бысраҡ сығымдарҙың 60 проценты автотранспортҡа тура килә. Ғөмүмән, һуңғы йылдарҙа республикала экологик ситуацияның яҡшырыуы күренә.Элекке йылдарға ҡарағанда алға китеш һиҙелә. Республика Башгидромет тарафынан һыуҙарҙың сифаты йыл да тикшерелеп мониторинг алып барыла, 2012 йылдың һандары буйынса 2011 йылға ҡарағанда һыу сифаты кәмегән. Был инде һыуҙың кимәле кәмеүенә лә бәйле,сифатына тағы ла кешенең эшмәкәрлеге лә йоғонто яһай. 2012 күрһәткестәре буйынса, һыуға 492млн.куб.метр ҡалдыҡтар ташланған. Һуңғы 6 йылда инде бысратылған һыуҙарҙың түгелеүе 70 млн.куб.метрға кәмене".
Иғтибарға лайыҡ тағы бер мәғлүмәт. Экология йылы уңайынан, муниципаль берәмектәр предприятиелар, ғалимдар, уҡыусылар һәм журналистар араһында конкурс үткәрелде. Уның һөҙөмтәләре буйынса, иң яҡшы район тип Ишембай районы табылды, ҡалалар араһында Өфө беренсе урын алды.
Туризм тармағына йомғаҡ яһағанда, Башҡортостандың баш ҡалаһындағы үҙнсәлекле объектар тураһында ла әйтеп үтәйек.
Шуларҙың береһе: киләсәктә Өфөнөң дә үҙ Диснейленды буласаҡ. Күңел асыу паркын 2015 йылдың йәйендә сафҡа индереү планлаштырыла. Өфө Диснейленды Рәсәйҙәге һәм Европалағы иң ҙуры булмаҡсы. Унда 48 метр бейеклектәге күҙәтеү ҡуласаһы, һыу аттракциондары, ретро-автомобилдәр музейы, кинотеатр, ресторандар, боулинг һәм башҡа күңел асыу майҙансыҡтары эшләйәсәк. Паркты төҙөү өсөн 120 миллион доллар аҡса кәрәк, был сумма шәхси инвесторҙар иҫәбенә бүленә.