Тәүге ярҙам күрһәтеү буйынса ниндәй ҡағиҙәләрҙе белеү мотлаҡ?

Зөлфиә Рәхмәтуллина. Туңыу сәбәпле аяҡ-ҡулдарын киҫтереп, ғүмерлек инвалид булып ҡалыусылар күп. Яҡындарыбыҙ һәм урамда ҡалған кешеләргә барыбыҙ ҙа иғтибарлы булырға тейешбеҙҙер. Беҙҙең hорауҙарға профессор, термик йәрәхәтләнеүҙәрҙе дауалау буйынса республикалағы төп белгестәрҙең береһе Һәүбән Нурлығаян улы Хунафин һәм «Эҙәрмән» телепроекты мөхәррире Гүзәл Сулпан ҡыҙы Хәмитованы саҡырҙыҡ.

Асыҡ студия
Тәүге ярҙам күрһәтеү буйынса ниндәй ҡағиҙәләрҙе белеү мотлаҡ?
Асыҡ студия

Һәүбән Хунафин. Бындай ауыр хәлдәрҙән бер кем дә азат түгел. Был хәлдәр күп төрлө. Иң тәүҙә асыҡ урындар туңа. Йә эскән килеш тышта ҡалып, урамда йәшәгән, подъездарҙа йөрөгән кешеләр күп туңа. Битараф ҡалмай, ярҙам итер кәрәк ундай кешеләргә. Аяҡ –ҡулдары еүешләнеп, алыштырмай тышта оҙаҡ йөрөүҙән туңғандар күп. Ҡайһы ваҡыт аяҡтарын, ҡулдарын киҫтергән осраҡтар ҙа бар. Балалар күп туңып килә беҙгә. Балаңмы йә башҡа туғаныңмы алыҫ юлға сыҡҡанда, ауыр эштәргә барғанда дөрөҫ кейенеп, термоста һыу, алмаш кейем алып, кәрәкле дарыуҙар алып сыҡһын, йөрәк ауыртҡандағы мәҫәлән. Өшөгәндә бөтә тәндә ҡан насар йөрөй башлай. Һауа торошона ярашлы кейемдәрҙе кейендереп сығарырға тырышыр кәрәк балаларға. Өшөгәндә ҡар менән ышҡырға ярамай тәнде. Тирене боҙолоуға килтерә. Йылы кейем кейҙереп, сәй, һурпа, йылы эсемлек бирер кәрәк. Фажиғәле хәлдәр бик күп. Туңып, йә ҡар аҫтында ҡалғанда нисек ярҙам итергә икәнен мәктәптәрҙә лә өйрәтеү эштәре алып барыр кәрәк…

Гүзәл Хәмитова. Кеше эсә лә йылына тигән уй дөрөҫ түгел. Урамға сыҡҡанда эсеп сығырға ярамай. Беренсенән ҡан насар йөрөй, кеше йылыһын юғалта. Икенсенән эскән кеше үҙенә иғтибар итмәй: өшөгәнен тоймай. Эскән кешене яҡындарына уны тышҡа сығармай тоторға кәрәк. Бер-берегеҙгә битараф булмағыҙ. Аяҡ кейеме йылы булырға тейеш. Битте ҡаплап, бейәләй кейеп сығыу мотлаҡ, йәштәр йоҡа йөрөй кроссовкала ғынамы йә йоҡаҡ табанлы итек кейәләр. Быйма, йылы йөн ойоҡтар, бейәләй булырға тейеш командировкаға сыҡҡанда. Ҡатын-ҡыҙҙарға биҙәнеү әйберҙәрен таҡмаҫҡа кәрәк, тиҙ туңа. Тышта бер-берегеҙгә иғтибарлы булыу кәрәк. Ағарып торған ерҙәрҙе йылытыр кәрәк. Подъездға, магазинға йылынырға ингән балаларҙы, йәштәрҙе ҡыумаһындар ине. Йылынып сыҡһындар ул һыуыҡ көндәрҙә. Кешеләргә иҫкәртеү саралары булдырыр кәрәк. Балаларға ла кәрәкле мәғлүмәттәрҙе табышып, интернеттамы өйрәтергә кәрәк. Ҡар аҫтында ҡалғанда нисек ҡотолорға: иң тәүҙә үҙеңдең ниндәй хәлдә тороуыңды белергә кәрәк. Быны төкөрөп ҡарап белергә була: төкөрөк ергә ҡарай китә, ә баш түбән торһаң төкөрөгөң танауға китә. Эргә-тирәңдә бушлыҡ булдырырға кәрәк, мөмкинселек булһа, әйләнеп торорға тырышырға, әгәр баш түбән торһағыҙ. Ҡар тәрән булмаһа, сығырға тырышып ҡарар кәрәк. Ҡысҡырып хәлеңде бөтөрөргә кәрәкмәй, тын ала торған һауаның (кеше 20 минут тын ала ала, тиҙәр ҡар аҫтында) бөтөүенә булышлыҡ итә. Кеше тауышын ишетһәгеҙ, ярҙам һорап тауыш бирегеҙ.

Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
Волна
Уфимская волна