Ҡырымдағы референдум. Һөҙөмтәләр һәм эҙемтәләр

“Асыҡ студия” ҡунағы  – Башҡортостандың халыҡ артисы, отставкалағы подполковник, Ҡораллы Көстәр ветераны Фәрит Фәтих улы Иҙрисов. Алып барыусы — Вадим Лаврентьев.

Асыҡ студия
Ҡырымдағы референдум. Һөҙөмтәләр һәм эҙемтәләр
Асыҡ студия

 

     Рәсәй һәм тотош донъя халҡы Укриналағы хәл-ваҡиғаларҙы күҙәтә. Бөгөн иғтибар үҙәгендә - Ҡырым. Автономиялы республика халҡы референдумда Рәсәйгә ҡушылыу өсөн тауыш бирҙе. Америка Ҡушма Штаттары, Европа Берлеге һәм уларҙың союздаштары Ҡырымдың Рәсәй составына инеүенә ҡырҡа ҡаршы. Халыҡ-ара сәйәси майҙандағы хәлдәр ҡыҙғандан-ҡыҙа бара. Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуы ниндәй һөҙөмтәләргә килтерер, Украина көрсөгөнөң эҙемтәләре ниндәй сағылыш табыр? Ни өсөн Ҡырым Украинанан бүленеү тураһында иғлан итте?

 

—  Ҡырым бер ҡасан да Украинаныҡы булманы. Севастополь – менталитеты буйынса, ул Рәсәй ҡалаһы.  1954-се йылда Никита Хрущев Ҡырымды Украинаға бүләк итте. Ул ваҡытта халыҡтың фекере иҫәпкә алынманы. Бөгөн иһә төбәк халҡы үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылырға теләк белдерҙе. Референдум үткәреү халыҡ-ара нормаларға ҡаршы килмәне. Америка, Европа илдәре тауыш биреү һөҙөмтәләрен танымаясаҡтары, ыңғай ҡабул итмәүҙәре билдәле ине. Ә ни өсөн беҙ уларға ҡарарға тейешбеҙ, мәҫәлән, Югославияны, Ираҡты бомбаға тотҡанда, Сербиянан Косовоны айырғанда, беҙҙән һораманылар. Ҡырымға уларҙың ҡыҫылышы юҡ, унда беҙҙең кешеләр йәшәй. Ҡырым стратегик яҡтан бик көслө, Рәсәй өсөн бик кәрәкле төбәк.

— Ҡырымда шулай уҡ күп милләт вәкилдәре йәшәй. Унда яҡташтарыбыҙ ҡоролтайы ла эшләй. “Иҙел-Урал” йәмғиәтенең етәксеһе Даларис Имелбаев менән бәйләнешкә сыҡтыҡ. Даларис ағай билдәләүенсә, Ҡырымда тыныслыҡ урынлаштырыу рәсми Мәскәүҙең тәү хәстәрлегенә әүерелде. Ярым утрауҙа Украина флагтары алып ташланып, Рәсәй әләмдәре елберләй. Һәр йортта Рәсәй байраҡтары бар, - тине яҡташыбыҙ Даларис Имелбаев. Ҡырымда бөгөн байрам. Халыҡ референдумды түҙемһеҙләнеп көттө, Рәсәй ҡанаты аҫтына ҡайтыуына шатлана. Референдум тәртипле, тыныс, берҙәм  үтте. “

 

— Иртәгә Өфөлә «Көнсығышҡа походты туҡтатайыҡ!» девизы аҫтында дөйөм халыҡтар йыйылышы уҙасаҡ. Сара урындағы ваҡыт буйынса 18 сәғәттә Спорт һарайы алдындағы майҙанда үтә, — тип хәбәр итәләр Башҡортостан Халыҡтар ассамблеяһынан.

Тапшырыуҙы публицист Марсель Ҡотлоғәләмов һүҙҙәре менән тамамлағым килә: “Кешелек тарихына күҙ hалhаң, иҫең китерлек. Кешеләр меңдәрсә йыл буйы бер-береhе менән hуғышып йәшәгән бит. Өсөнсө мең йыллыҡты ла башлап ебәрҙек, әммә тынмайбыҙ, аҡыл инмәй. Дуҫтар булырҙай кешеләр араhынан hаман дошман эҙләйбеҙ. Әле булhа беҙгә мал етмәй. Йәшәгән Еребеҙ тар, Йыhан төпкөлөнән ниҙер эҙләйбеҙ. Хаслыҡ элеккесә ихласлыҡтан өҫтөн сыға килә. Холоҡhоҙлоҡҡа ҡомhоҙлоҡ өҫтәлә. Ни хәл итеп йәшәргә, нимәгә ышанырға, кемгә таянырға? Алдаҡтан ҡотола алhаҡ, бәлки, аҙашып та йөрөмәҫ инек”.

Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
Пенальти
БАШКОРТТАР-БСТ