Тел күркәмлеге.

 Бөгөнгө «Асыҡ студия»ла тел күркәмлеге мәсьәләһен күтәрмәксебеҙ.

Асыҡ студия
Тел күркәмлеге.
Асыҡ студия

Был – йомшартып әйткәндә, әлбиттә, ә ысынында, тураһын ярғанда – телмәрҙә ярайһы ныҡ тамыр ебәргән  һүгенеү күренешен ҡарарға йыйынабыҙ. Эйе-эйе, аптыралмаһын – шулай. Шулай, сөнки мәсьәләгә иғтибар ҡылмау, махсус рәүештә урап үтеү уның үҙенән-үҙе хәл ителерен, берәй көн килеп, бөтөнләй бөтөрөн һис аңлатмай. Киреһенсә булыуы ла бик ихтимал – ауырыу һаман аҙа барып, медицина төшөнсәһе менән белдергәндә, йәшәү өсөн яуаплы  урындарға ла барып йәбешергә мөмкин. Ә телдең тап ана шундай ғайәт мөһим орган икәнен яҡшы беләбеҙ.

Студия ҡунаҡтары -  мәғариф ветераны, педагогика фәндәре кандидаты Вәкил Хажин һәм Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтенең баш мөхәррире Зөлфиә Ҡарабаева.

Тапшырыу авторы - Рәсүл Сәғитов.

В.Хажин. Минеңсә,  әшәке һүҙҙәрҙе тыйыу тураһында законды сығарыуға һуңланылар,  шикелле. Һуңлап сыҡты. Һүгенеү менән тупаҫ һүҙҙәрҙе айырырға тейешбеҙ.  Образлы һүҙҙәрҙе лә һүгенеү һүҙҙәренә индерһәк,  тел ярлыланырға мөмкин. Ғөмүмән,  элек-электән беҙҙең халыҡта һүгенеү һүҙҙәре булмаған. Халыҡ үҙен эстән тыя ине. Һәр хәлдә,  сәнғәт әҫәрҙәрендә,  кинола, китапта насар һүҙҙәр бик һирәк осрай ине.  Бала саҡта ишетеп ҡалып һүгенгәнбеҙҙер. Ләкин кеше алдында, ололар алдында әйтеү юҡ ине. Ә асыҡтан-асыҡ,  белә тороп ололар алдында һүгенеү ул тәрбиәһеҙлектән килә.  Ҡалала, төрлө кешеләр йәшәгән  ерҙә закон менән дә тыйып бөтөрөп булмайҙыр.

З.Ҡарабаева. Беҙ китаптар сығарабыҙ, киләһе быуынды тәрбиәләйбеҙ. Был китаптарҙы  уҡып,  балалар тел өйрәнә.  Беҙҙең яҙыусыларҙа ундай әйберҙәр киң таралмаған. Яңы быуын авторҙарында  осрап ҡуя.  Шундай осраҡтарҙа худсовет ҡарағандан һуң авторҙарға үҙгәртергә ҡушып кире ҡайтарабыҙ. Ундай һүҙҙәр булған китап беҙҙең китап нәшриәтендә бер ҡасан да сыҡмаясаҡ,  тип иҫәпләйем. Әгәр ундай түбән кимәлгә төшәбеҙ икән,  берҙән-бер Башҡортостан китап нәшриәтенең дәрәжәһен ергә һалып тапайбыҙ һүҙ.

   Автор. Йомғаҡ былай: йәмғиәтте һауыҡтырыу, киләсәк быуынды юғары әхлаҡлы итеп тәрбәиәләү йүнәлешендә дәүләт һуңғы йылдарҙа бик ихлас эшләй, был эшмәкәрлектең сираттағы емешен әле генә атаныҡ, ижадсылар, шул ижад әҫәрҙәрен халыҡҡа еткереүселәр, дөйөм алғанда, бының менән килешә лә. Киноларҙы тотош ғаилә менән бергә ултырып ҡарағанда, ҡараштарҙы ситкә бормайынса, ҡолаҡтарҙы ҡапламайынса ла ҡарай алыр көнгә лә етербеҙ, моғайын.  

Һине вуздар, вуздар саҡыра, саҡырған вуз яҡын дуҫ кеүек...
Һине вуздар, вуздар саҡыра, саҡырған вуз яҡын дуҫ кеүек...
Асыҡ студия
Ирекмәндәр: Беҙ бергә һәм беҙ миллиондарса
Ирекмәндәр: Беҙ бергә һәм беҙ миллиондарса
Асыҡ студия
Туғанлыҡҡа тиң ул яҡташлыҡ
Туғанлыҡҡа тиң ул яҡташлыҡ
Асыҡ студия
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями
Пенальти