Оло Теләк фажиғәһе.

1989  йыл.  4  июнь. Оло Теләк… Себер-Урал-Поволжье үткәргес торбаһы, Иглин-Оло-Теләк-Аша.  Куйбышев тимер юлы. Новосибирск-Адлер - 20 вагон, Адлер-Новосибирск - 18 вагон. Һәләк булған 575 кеше. Ҡайһы-бер мәғлүмәттәр буйынса, 645. Оло Теләк фажиғәһе. Бөгөн уға 25 йыл.

Асыҡ студия
Оло Теләк фажиғәһе.
Асыҡ студия

Студия ҡунағы  -  журналист Шәүрә  Ғилманова.

Тапшырыу авторы – Гүзәл Ситдиҡова.

Шәүрә  Ғилманова.          Мин ул ваҡытта социаль проблемаларға бәйле тапшырыуҙар эшләй инем. Йәкшәмбе көнө һуң ғына өйгә килеп хәбәр иттеләр, ул заман да телефон юҡ, дүшәмбе эштә йыйылыштыҡ, ни сәбәптәндер тәүге көндә беҙҙе ебәрмәнеләр.  Журналистар, ата-әсәләр, туғандары йыйылып барҙыҡ. Бөтә нәмә яна, ундағы еҫ әле булһа аңҡып торғандай. Ҡот осҡос хәл, йәмшәйеп бөткән вагондар, һыуынып өлгөрмәгән тимер киҫәктәре. Күп кеше үҙен нисек тотҡанын белмәй, паника. 

         Фажиғәгә тарыған кешеләр һаны бәлки байтаҡҡа күберәк тә булғандыр,  сөнки 5 йәшкә тиклемге балалар билетһыҙ ултыртыла. Ҡулыма бер сандали эләкте, уның эсендә янып бөтмәгән  сабый баланың аяғы… Был хәлдән һуң үҙем саҡ аҡылдан яҙманым. Фажиғә күп сәбәпкә бәйле, ике поез да бер нисә минутҡа һуңлаған, тәҡдирҙер бәлки.

Минең журналист стилем шулай: ниндәйҙер “ҡара материал” эҙләүҙе  маҡсат итеп ҡуйманым. Ул саҡта геройҙарыма нисегерәк ярҙам итергә тип, тәне бешкәндәр янында дауаханала булдым, ҡан тапшырҙым. Һәр эфирҙағы сығышым ундағы кешеләрҙең, туғандарының  хәлен еңеләйтеүгә ҡайтып ҡалды. 

Ҡотҡарыусы кешеләрҙең кисереше хаҡында аҙ һөйләйбеҙ.  ,,Ожоговый центр,,ҙа шул осор ҙа эшләгән һәр санитар, табип үҙе герой, хәлемдән килһә, мин уларҙың һәр береһенә һәйкәл ҡуйыр инем.

Репортаж эшләгәндә ниндәйҙер рәсми ҡаршылыҡ булды, тип әйтмәҫ инем, етәкселек репортаж эшләгәндә үтә лә һаҡ булығыҙ,  ваҡиғаны ҡуйыртмағыҙ, ҡабартмағыҙ, тип киҫәтә килде. Был бик дөрөҫ алым булды.  Ваҡиғаның эсендә ҡайнап йөрөгәс, бер нәмәне әйтмәй булдыра алмайым: Башҡортостаныбыҙ, Өфө, беҙҙең республика халҡы оло илебеҙгә ҡарағанда күпкә  юғары торҙо.  Башҡортостан халҡы сәләмәтерәк, тип күрҙем мин унда.

Һәр ваҡиғанан –  байраммы ул,  шатлыҡлы хәл, аяныслы  күренеш булһынмы, кеше ниндәйҙер һығымта яһай. Был катастрофанан күптәр һабаҡ алғандыр, тип уйлайым.  Кеше вазифаһына нисегерәк ҡарай, уның үҙен тотошона, башҡарған эшенә кеше ғүмерҙәре бәйле түгелме?  Әгәр ҙә  был хаҡта уйланһаҡ,  ундай  фажиғәләр булмаҫ ине…

Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Асыҡ студия
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Асыҡ студия
Парламент эше.
Парламент эше.
Асыҡ студия
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями
Пенальти