Бөгөн илебеҙҙә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө.

Бөгөн илебеҙҙә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә татыу һәм өлгөлө ғаиләләр тәбрикләнә, тантаналы кисәләр уҙа. Яңы Ғаилә байрамының иҫтәлекле миҙалы ла бар. Ул “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” тип атала. Ғаилә - мөһим социаль берәмек һәм уны ҡанундар яҡлай. Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының 38-се статьяһына күҙ һалайыҡ. Унда “Әсәлек, балалыҡ һәм ғаиләне дәүләт яҡлай. Балалар тураһында хәстәрлек күреү, уларҙы тәрбиәләү – ата-әсәләрҙең тигеҙ хоҡуғы һәм бурысы. 18 йәшкә еткән балалар хеҙмәткә һәләтен юғалтҡан ата-әсәләрен ҡайғыртырға бурыслы”, - тиелә.

Асыҡ студия
Бөгөн илебеҙҙә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө.
Асыҡ студия

“Ата-әсәлек даны”. Күптән түгел Балтас районында йәшәүсе Хәйҙәршиндар ғаиләһе ошо миҙалға лайыҡ булды. Награданы уларға Сочи ҡалаһында Рәсәй президенты Владимир Путин тапшырҙы.

 

Республиканың данлы ғаиләһе – Альбина Рәйеф ҡыҙы һәм Винер Флүр улы Хәйҙәршиндар беҙҙә ҡунаҡта.

 

Тапшырыу авторы: Зөһрә Арсаева.

 

Альбина Хәйҙәршина. ​Тормош иптәшем Венер менән 1993 йылда бер-беребеҙҙе яратып, ғаилә ҡороп ебәрҙек. Бер йылдан тәүге ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Шулай итеп, һәр баланы һөйөү менән баға барҙыҡ. Һәр береһенең үҙ шөғөлө бар. Мәктәптә, ауылда уҙғарылған сараларҙа улар ихлас ҡатнаша, уңыш яулап ҡайтһалар, ғаилә өсөн оло ҡыуаныс.

         Күп балалы ғаиләләргә Хөкүмәт ниндәй ярҙам күрһәтә тигәндә, пособиенан башлар инем. Электр энергияһына, зәңгәр яғыулыҡҡа ташлама бар, һәр балаға тейешле пособиены алабыҙ. Район халыҡты социаль яҡлау үҙәге даими ярҙам күрһәтеп тора. Әле күптән түгел ғаиләбеҙ менән Сочи ҡалаһында булып ҡайттыҡ. Район хакимиәтенә был йәһәттән ярҙам күрһәткәндәре өсөн оло рәхмәт. Күркәм Олимпия үҙәгендә булдыҡ, һәр беребеҙгә спорт костюмдары бүләк иттеләр.

         Һәр бер ғаилә - үҙе бер бәләкәй дәүләт. Уның етәксеһе - иптәшем менән үҙем. Балалар менән ҙур бер дәүләттә йәшәйбеҙ. Ысынлап та, бик ҙур эштәр башҡарабыҙ. Көн дә ниндәйҙер эш сығып тора. Йәшерен-батырыны юҡ, әлбиттә, күп бала ҡарауы ауыр. Ә уның ҡарауы, бөгөн ҡыйын булһа, иртәгә емешен күрәһең. Ауырлыҡтарҙы еңеп сығаһың икән, ата-әсә тигән исемде ғорур йөрөтә алаһың. Балалар бер-береһен ҡарашып үҫә, ә шулай ҙа төп тәрбиәне, дөрөҫ тәрбиәне ата-әсә бирергә тейеш. Улар миҫалында балалар үҙҙәрен оло тормошҡа әҙерләй.

          Ир менән ҡатын һәр саҡ һөйөшөп кенә йәшәмәй. Тормоштоң тулҡыны ла, дауылы ла була. Әгәр инде бер-беребеҙгә әйтер һүҙебеҙ бар икән, был осраҡта уны балаларға күрһәтергә тырышмайбыҙ.

Һәр ғаилә үҙен һаҡларға, яҡларға, итәғәтле балалар тәрбиәләргә тейеш.

         Винер Хәйҙәршин. Балаларыбыҙ ныҡлап спорт менән шөғөлләнә. Волейбол, баскетбол, рус лаптаһы, теннис ярыштарын бер ҙә ҡалдырмайҙар. Улыбыҙ Альмир район үҙәгендәге музыка мәктәбендә баян класында уҡый, 10-сы синыфты тамамланы.

          ​Ауылыбыҙҙа ишле ғаиләләр байтаҡ. 5, 6 бала тәрбиәләүселәр ҙә бар. Улар ҙа беҙҙең кеүек мал-тыуар тота, ҡош-ҡорт аҫырай, баҡса үҫтерә. Ғөмүмән, беҙҙең халыҡ – тырыш халыҡ.

Һәр ғаиләне бөгөнгө байрам менән ҡотлап, мөхәббәт, һаулыҡ теләйем.

 

 

 

 

Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
Акции БСТ
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями