ШОС һәм БРИКС саммиттары.

2015 йылдың 9-10 июлендә баш ҡалабыҙ Өфөлә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС берлегенә ҡараған дәүләттәр лидерҙарҙы ҡатнашлығында эшлекле форум үтәсәк.

Асыҡ студия
ШОС һәм БРИКС саммиттары.
Асыҡ студия

 

Тапшырыу авторы: Зөлфиә Рәхмәтуллина.

 

Ҡунаҡ: БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов.

 

Салауат Сәғитов. Бик файҙалы, фәһемле сәйәхәттә, тәжрибә туплап йөрөп ҡайттыҡ. БРИКС илдәренең эшлекле форумында Башҡортостан делегацияһы ҡатнашты, республика Президенты Рөстәм Хәмитов “Иҡтисади интеграция һәм БРИКС илдәренең иҡтисади үҫешен тәьмин итеү” темаһына Рәсәй Федерацияһы исеменән төп тема менән сығыш яһаны.

Былтыр беҙ БРИКС саммитында Көнъяҡ Африкала булдыҡ, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан ШОС илдәрен ҡабул итте. Бындай оло форумды Башҡортостанда, Өфөлә тәүге тапҡыр уҙғарырға йыйынғас, башҡа илдәрҙең тәжрибәһен өйрәнәбеҙ. Бразилияла, минеңсә, етешһеҙлектәр күп булды. Мәҫәлән, шул уҡ волонтерҙар булманы, йәшәгән еребеҙ саммит үткән ерҙән сәғәт ярымлыҡ ситтә урынлашҡан, ҡала үҙе лә таҙа түгел. Әҙерлек, ойоштороу йәһәтенән был ил беҙгә өлгө була алмай.

Бразилияла үткән саммитта Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөнөң исеме әйтелеү - үҙе ғорурлыҡ. Рәсәй Президенты Владимир Путин форумда ҡатнашыусыларҙы киләһе саммитҡа беҙгә, Өфөгә, саҡырҙы. Республика башлығы менән байтаҡ ил етәкселеҡтәре, бизнесмендар аралашты, Башҡортостан менән ҡыҙыҡһындылар.

Әлегә ҡайһы бер илдәр менән килешеү төҙөлгән дә. Мәҫәлән, Ҡытай халыҡ республикаһы. Йыл аҙағында Башҡортостанда уртаҡ бер нисә предприятие асылыуы көтөлә.

Шанхай ойошмаһынан иң яҡын күршеләребеҙ Ҡаҙағстан менән нефть, ауыл хужалығы өлкәһендә эшлекле бәйләнештәр күптән булдырылған. Ҡырғыҙстан-Башҡортостан сауҙа үҙәге ойошторолдо, Һиндостан УМПО менән тығыҙ бәйләнештә эш итә, Су-30 самолеттарына турбореактив двигателдәр етештерә. Бразилияға килгәндә, Нефтекамала ул илгә яраҡлаштырылған автобустар йыйыла.

Саммит 9-10 июлдә генә үтә тигәнде аңлатмай, йыл дауамында 120-ләп сара ҡаралған. Делегаттарҙы Башҡортостандың хозур тәбиғәте менән таныштырасаҡбыҙ Шүлгән-таш мәмерйәһенә, Янғантауға, Красноусол һәм башҡа урындарға алып барасаҡбыҙ.

 7 ҙур ҡунаҡхана төҙөлә, инвесторҙар 9 млрд һум аҡса бүлде, декабрь айында икеһе тулыһынса әҙер булһа, ҡалғандарының март айында тапшырылыуы көтөлә. Аэропорт төҙөкләндерелә, юлдар киңәйтелә, волонтерҙар әҙерләнә. Ғүмүмән, баш ҡалабыҙҙың йөҙө үҙгәрә. Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк: беҙ Мәскәү, федераль комитет менән берҙәм эшләйбеҙ.

Һәр беребеҙ ҡунаҡ көткәндә донъяны тәртипкә килтерә, ҡунаҡтарыбыҙҙы ихлас күңелдән ҡаршы алырға йыйынабыҙ. Беҙҙең теләк - республикаға килгән ҡунаҡтар менән эшлекле бәйләнеште артабан дауам итеү.

ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
Асыҡ студия
"Рәсәй - спорт державаһы"  халыҡ-ара форумы.
"Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара форумы.
Асыҡ студия
Артҡа ҡарап алға барыу
Артҡа ҡарап алға барыу
Асыҡ студия
Волна
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии