«Айыҡ ауыл» конкурсы.

Әбйәлил районының Һәйетҡол ауылы айыҡ тормош алып барыуы менән дан алған. Һәйетҡолдан әҙерләнгән репортаждар Рәсәй телеканалдарында ла күрһәтелеп тора. Уларҙың миҫалында республикала айыҡ ауылдарҙы арттырыу фекере уяна ла инде. Эскелек проблемаһын хәл итергә тырышыу, кешеләрҙе сәләмәт тормошҡа әйҙәү маҡсатында «Айыҡ ауыл» конкурсы иғлан ителә. Беренсе тапҡыр ул 2011 йылда ойошторолдо.

Асыҡ студия
«Айыҡ ауыл» конкурсы.
Асыҡ студия

Уңышлы башланған, яҡташтарыбыҙ араһында хуплау тапҡан проект бөгөн дә дауам итәме? Ниндәй төбәктәр бәйгелә ҡатнашырға теләк белдергән? Ошо һорауҙар – иғтибар үҙәгендә.

 

Алып барыусы - Зөһрә Арсаева.

 

Студия ҡунағы – «Айыҡ Башҡортостан» төбәк-ара йәмәғәт хәрәкәте рәйестәше Марат Абдуллин.

Марат Абдуллин. Һуңғы ваҡытта «Айыҡ ауыл» конкурсы бер аҙ һүрелеберәк тора. Төрлө сәбәптәр арҡаһында, сараға аҡса бүлеү ҡаралманы. Шунлыҡтан конкурс район кимәлендә генә бара, быйылға республика кимәлендә иғлан ителмәне. Көҙгә хөкүмәт тарафынан аҡса бүлергә вәғәҙә бирҙеләр. Әммә беҙ эште туҡтатманыҡ, бер төркөм лекторҙар, ғалимдар менән райондар буйлап йөрөп сыҡтыҡ. Ярты көн конкурста әүҙем ҡатнашырға теләгән урындағы ауыл халҡы менән, ярты көн хакимиәт етәкселәре менән осрашып, уларға үҙ аллы эш башҡарырға, эште туҡтамаҫҡа, саҡырып, был уларҙың мәнфәғәтендә икәнлеген аңлатып киттек. Аллаға шөкөр, күп районда район башлыҡтары бюджеттан аҡса бүлде. Мәҫәлән, Илеш районында 600 мең һум аҡса бүлеп, «Айыҡ ауыл» тигән махсус сайт булдырып, һәр ауылға махсус команда бирелде, көслө генә бәйге бара. Был - халыҡтың үҙ теләге, үҙ ихтыяры менән ҡабул иткән конкурстарҙың береһе. «Һаумыһығыҙ ауылдаштар», «Шәжәрә байрамы» һымаҡ.

Беҙ, «Айыҡ Башҡортостан» хәрәкәте, конкурс менән генә сикләнмәйбеҙ. Был идеяларҙы Рәсәйгә йәйелдереү эшендә алып барабыҙ. Беҙҙең егеттәр Төмән, Силәбе һ.б. өлкәләргә сығып, махсус семинарҙар үткәрҙе. Бөгөн идара итеүселәр тарафынан хәмерҙе етештереү һәм һатыуҙы тыймай тороп, көслө еңеүҙәргә өлгәшәбеҙ, тигән инаныс юҡ. Ни бары халыҡта аңлатыу эше генә алып барыла. Әгәр етештереү, һатыу тыйылһа, халыҡ бер-ике айҙа айығасаҡ. Хәмерһеҙ йәшәй алмағандарҙы дауалап сығырға була. Был тәжрибә ҡайһы бер илдәрҙә бар: Норвегияла, мәҫәлән, Рәсәйҙә Николай икенсе ваҡытында ла шулай булған. Аңлатыу эшен дә туҡтатырға ярамай. Әгәр телевидение, радио, интернет донъяһында айыҡ фекерләүселәр күпселек булһа, бер-ике ай эсендә халыҡтың да фекерләүе үҙгәрер ине. Башҡортостанда киске 11-ҙән иртәнге 8-гә тиклем иҫерткес эсемлектәрҙе һатыу сикләнгән. Санкт-Петербургта киске 7-нән тыйыла. Чечняла тәүлегенә ике генә сәғәт һатыла. Ғалимдар ваҡыт яғынан сикләү эсеүселәр һанын кәметеүгә килтерә, тип иҫәпләй. «Айыҡ ауыл» тип иғлан иткән ауылдарҙа бөтәһе лә эсеүҙән тыйылған, тип әйтә алмайбыҙ. Бер йыл эсендә рәүештә бөтәһен тыйып булмай. Беҙ конкурс ярҙамында булһа ла хәлдән килгәнсә эш алып барабыҙ. 

Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
уфавсердце
БАШКОРТТАР-БСТ