Эшсе кадрҙар әҙерләү.

Яңы уҡыу йылы башланыуға 5 көн ҡалды.  Урта мәктәпте йәки 9 йыллыҡты тамамлағандар киләсәген хәл итеп өлгөргәндер. Уҡыуын артабан кем ҡайҙа дауам итә, ниндәй һөнәр һайлаған - был һорауҙар күптәр өсөн артта ҡалды. Шулай ҙа бөгөнгә тиклем был мәсьәләне хәл итмәгәндәр ҙә барҙыр. Хеҙмәт баҙары эшсе ҡулдарға ҡытлыҡ кисерә тибеҙ. Ул ҡала ере өсөн һөнәрмәндәргә, мәҫәлән, төҙөүсе - ташсыларға ла, ауыл ерҙәре өсөн белгестәрә лә ҡағыла.

Асыҡ студия
Эшсе кадрҙар әҙерләү.
Асыҡ студия

Тапшырыу авторы: Бәйтулла Фәтҡуллин.

Студия ҡунаҡтары: Михайловка ҡасабаһындағы 83-сө һөнәрселек училищеһы директоры Илшат Әминев, Өфө урман техникумының өҫтәлмә белем биреү бүлеге мөдире Булат Зиннуров.

Илшат Әминев. Беҙҙең лицей үҫемселек буйынса  механизаторҙар, водителдәр әҙерләй. Төп йүнәлеш -  умартасылар. 9 кластан һуң ҡабул итеү планы тулһа, 11 синыфтан һуң уҡырға инергә теләүселәргә урындар бар.  Быға тиклем йылда 125 уҡыусы ҡабул итһәк, быйыл планда 100 уҡыусы. Ошо 125 уҡыусының 95 проценты уҡыуҙы тамамлап, ҡулына диплом ала.  9 синыфтан һуң килгәндәр механизатор, водитель, слесарь һөнәренә эйә булалар.  Беҙҙә һөнәр менән бергә төплө тәрбиә лә алалар. Тормошта юғалып ҡалмай, үҙ урындарын табалар.  Умартасылар практика үткәндә үк эш урынын билдәләй. Ҡайһы берҙәре үҙ эштәрен аса.

Эшсе профессияға ҡытлыҡ нимәнән килеп сыға тигәндә, уҡыу йортонда белем алыусы уҡыусылар менән уҡыу йорто белгестәре, ойошма етәкселәре менән берлектә эш алып барырға тейеш.

Киләсәк эш урыны, эш хаҡы тураһында аңлатып, экскурсия үткәреп, был һөнәрҙәргә ылыҡтырып була. Үҙебеҙҙең база нигеҙендә генә практика үтеү дөрөҫ түгел.  Ойошманың киләсәген етәксе алдан хәстәрлекләргә тейеш, бының өсөн уҡыусыларҙы практикаға саҡырырға кәрәк. Комплекслы программа кәрәк, ҡала ерендә бала эшкә ҡала икән, йәшәү мәсъәләһен хәл итеү зарур, ауылда эш башлаған йәштәргә лә үҙ торлағын булдырыу өсөн Хөкүмәт программалына ярашлы ярҙам күрһәтеү кәрәк. Юғары белем биреү уҡыу йорттарында ҡайһы бер профессияларҙы кәметергә кәрәктер.  Ул саҡта һуңғы йылдарҙа иғтибар үҙәгендә булған эшсе һөнәрҙәргә лә ҡыҙыҡһыныу артыр ине. Кәрәкмәгән һөнәргә уҡытҡансы, кәрәклегә тотоноу урынлы булыр ине.

Техникаға килгәндә беҙҙең уҡыу йортоноң машина-трактор паркы яңы техника менән тәъмин ителгән. Президент стипендианттары ла бар.

Шулай уҡ йыйған уңышыбыҙҙы тапшырып, уҡыусыларға өҫтәлмә  аҡса түләйбеҙ. Ашханала бушлай туҡланыу мөмкинлеге лә бар.  Үҙҙәре үҫтергән ризыҡты ашау уҡыусыларыбыҙ өсөн дә ҡыуаныслы.

Булат Зиннуров. Әлеге көндә 85 процентҡа ҡабул итеү планын үтәгәнбеҙ. Бары 11 синыфтан һуң ғына уҡырға алабыҙ,  студенттарҙы ҡабул итеү 1 октябргә тиклем дауам итә.  Техникумдың матди-техник базаһы ныҡлы. Беҙҙең төп талап - уҡыусыларға сифатлы белем биреү. Төрлө йүнәлештәр буйынса белем алыусыларға эшсе һөнәрҙәрҙән - егерь, урмансы, теплица хеҙмәткәре, сәскә үҫтереүсе, урман йығыусы, умартасы һәм башҡа өҫтәлмә утыҙға яҡын эшсе һөнәр тәҡдим итәбеҙ.

Беҙҙең белгестәргә эш баҙарында һәр саҡ ҡытлыҡ. Урмансының эш хаҡы бик түбән, эшсе ҡулдар дүрт тапҡырға ҡыҫҡартылыуға ҡарамаҫтан, эш хаҡы күтәрелмәй. Урман хужалығы министрлығы тарафынан торлаҡ төҙөү, пособиелар түләү ҡаралған.  Был үҙ йәһәтендә оло бер компенцация.

Эшсе һөнәренең абруйы булырға тейеш. СССР заманында телевизорҙан  станок артында эшләүсе эшсене йыш күрһәтә инеләр һәм беҙ бының менән ғорурлана торғайныҡ. Эшсе – иң юғары кеше булырға тейеш.

Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
Акции БСТ
Пенальти