Өфөлә энергетика форумы үтә.

    Рәсәй күләмендә Өфөлә 14-се энергетика форумы бара. Үҙенсәлеге шунда - ул илдең Шанхай Хеҙмәттәшлек итеү Ойошмаһында рәйеслек итеүе планына индерелгән. Бынан белгестәр дәүләт иҡтисады үҫешенә йоғонто яһарлыҡ ҙур стратегик ҡарарҙар көтә. 

Асыҡ студия
Өфөлә энергетика форумы үтә.
Асыҡ студия

Тапшырыу авторы: Рәсүл Сәғитов. 

Ҡунаҡ: "Грин Ток" компанияһы етәксеһе Рәфис Һабанчин.

Рәфис Һабанчин: "Хәйбулла районы Аҡъяр ауылындағы “Йәйғор” балалар баҡсаһына температураны күрһәтеп торған “датчик”тар ҡуйҙыҡ. Һәм уларҙан күрһәткестәрҙе даими яҙып алып торабаҙ. Хәйбулла климат яғынан ҡояшҡа байыраҡ район. Балалар баҡсаһының иҙән аҫтына 200 литрға иҫәпләнгән бойлер ҡуйылған, приборҙар ярҙамында һыу йылытыла. Һәм артабан һыу бойлер аша ашханаға, йыуыныу бүлмәләренә китә. Беҙҙең ҡорамалдар ҡояшҡа ҡарамай, ә көн яҡтыһына бәйле эшләй. Әле тышта 6 градус һалҡын булыуға ҡарамаҫтан приборҙар 40 градус йылылыҡ биреп тора. Туристар өсөн тәғәйен иң бәләкәй батарейка алып килгәнмен. Йәй көндәре сәйәхәткә сығып китәһең икән, уның ярҙамында телефон, планшетты зарядларға була. Был ҡоролма “ҡояш коллекторы” тип атала. Ҡояш батарейкаһы электр энергияһы етештерһә, беҙҙең прибор һыуҙы йылытыуға тәғәйенләнгән. Улар осһоҙ түгел. Батарея, аккумлятор менән бергә 150 мең һум тора. Ҡайҙа уны ҡуйырға була? Һунарсылар урмандарға ҡуя. Дизель электростанцияһы ҡуйыу беҙҙең приборға ҡарағанда күпкә ҡиммәткә төшә. Беҙҙең ҡорамалдарҙың экологияға ла зарары юҡ. Ҡояш батареяларын Мәскәүҙән алһаҡ, ҡояш коллекторы Ҡытайҙа етештерелә. Шәхси йорттарға ла резерв электорстанциялары ҡуйырға мөмкин. Һәм уның хаҡы артыҡ ҡиммәткә төшмәй. Форум сиктәрендә ВДНХ-ла күргәҙмә бара. Халыҡ килә, ҡыҙыҡһына. Ҡояшлы илдәрҙән айырмалы рәүештә ҡояш булмаған Башҡортостанда ундай ҡоролмалар эшләр микән тигән икеләнеү бар халыҡта. Был йәһәттән, һис кенә лә ҡурҡырға кәрәкмәй. Ҡоролмалар үҙҙәрен-үҙҙәре аҡлай. Германияла һәр бер өйҙә бәләкәй генә электорстанция тора. Унда ике күрһәткес: береһе буйынса дәүләттән һатып алаһың, икенсеһенән электр энергия һата алаһың. Хәйбуллала шул уҡ система эшләйәсәк. Төҙөләсәк электростанция дәүләткә электр энергияһы һатасаҡ. Һәр кем тәбиғәтте һаҡларға бурыслы. Юғиһә үҙебеҙҙән һуң киләсәк быуынға беҙ нимә ҡалдырырбыҙ?! Эште бәләкәй, тәбиғәт өсөн зарарһыҙ электр станциялары ҡуйыуҙан башлайыҡ. Йылы һәм яҡтылыҡ кешелектең йәшәү сығанағы булған һәм буласаҡ!"

Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
уфавсердце
Акции БСТ