Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһе

Бөгөн Өфөлә ижтимағи-сәйәси йәһәттән ифрат мәртәбәле сара - Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайҙың пленар ултырышы уҙҙы, ә унан алда депутаттар алдында республика президенты Рөстәм Хәмитов йыллыҡ мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Мөрәжәғәтнамәнең темаһы, ҡыҫҡаса әйткәндә, хеҙмәт, хеҙмәтсәндәр булды һәм төп йөкмәткеһе бөгөнгө ҙур социаль проблема - эш кешеһенә иғтибарҙы арттырыу кәрәклеген, быны атҡарыу юлдарын атауҙан торҙо.

Асыҡ студия
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһе
Асыҡ студия

 

Тапшырыу авторы: Рәсүл Сәғитов.

 

Ҡунаҡтар:  Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, уның мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты рәйесе Эльвира Айытҡолова  менән Башҡорт дәүләт университетының иҡтисад һәм һалымдар кафедраһы мөдире, иҡтисад фәндәре кандидаты Гүзәл Ғәлимова.

 

Эльвира Айытҡолова: ”Мөрәжәғәтнамәнән дөйөм тәьҫорат ыңғай. Президент Депутаттарға ғына түгел, ә барлыҡ халыҡҡа үҙ һүҙен еткерә. Ошо мөрәжәғәтнамә нигеҙендә киләһе йылға стратегик план төҙөлә. Хеҙмәт баҙарындағы ҡатмарлы хәл-ваҡиға, хеҙмәтсәндәргә ҡағылышлы мәсьәләләр хаҡында асыҡтан-асыҡ әйтелде. Бөгөн дөйөм Рәсәйҙең ҡатмарлы ситуацияла, санкциялар аҫтында булыуын күрәбеҙ. Ошонан сығыуҙың төрлө юлдарын эҙләргә кәрәк. Тиҙлек осоронда йәшәйбеҙ, уйлап-ултырып торорға түгел, ваҡыт беҙҙе көтмәй. Сит ил тауарын үҙебеҙҙеке менән алыштырыу, мәғариф, ғалимдар тураһында һүҙ барҙы.  Проблемалар күп һәм Президент  хеҙмәт баҙарындағы хәлде айырыуса ҙур баҫым менән анализлап үтте. Илдә барған һәр хәлгә иғтибар ителде. Геополитик хәлде алдан күреп булмай.  Эш урыны, эш кешеһе,торлаҡ мәсьәләһе - улар өстаған кеүек бер-береһенә бәйле.

Бюджеттағы һалымдарҙың 40 проценты предпиятиеларҙан килә. Геосәйәсәттең быға ҡағылышы юҡ, тип әйтә алмайбыҙ. Мәҫәлән. УМПО-ның партнерҙары беҙҙең илдә генә түгел. Тауар әйләнеше икенсе илдәр менән дә бара.

Уҙған йылдағы мөрәжәғәтнамә менән бәйләнеш бар. “Электорон белем биреү”гә Президент айырым туҡтап үтте. Был өлкәлә ҙур эш эшләнгән. Кире яҡтары ла билдәләнде. Хәҙер бала мәктәпкә барғансы, компьютер үҙләштерә Мәктәптәрҙә күпселек оло йәштәге уҡытыусылар эшләй. Компьютер үҙләштереү уларға ауырыраҡ. Был йәһәттән, үҙеңдән күберәкте белгән уҡыусыны уҡытыуы, әлбиттә, ауырға тура килә.

Техник яҡтан ҡарағанда, бер нисә йыл уҡыу йорттарында “модернизация” бара. Был тәү сиратта, мәктәптәрҙең техник базаһын нығытыуға йүнәлтелә. Һәр бер баланың компьютеры булырға тейеш.

Ҡыҙғанысҡа ҡашы, һуңғы йылдарҙа күпселек ата-әсә үҙенең балаһын юғары уҡыу йортонда уҡытаһы килә, эшсе профессияға ҡараш икенсерәк. Юғары белемлеләрҙең бөтәһе лә һайлаған һөнәре буйынса эшкә бармай. Бөгөн Президент эшсе баҙарында хәлдәрҙең нисек булыуын билдәләп үтте. Профессиональ белем биреү училище-колледж-техникумдарҙың мәғариф тармағында матди хәле бик насар. Улар модернизацияның төп өлөшөнә эләкмәне.

Пенсионерҙар, инвалидтарға эшкә урынлашыуы ауыр. Теләге, тәжрибәһе булған, үҙен йәмәғиәткә кәрәк итеп тойоусылар күп.  Киләһе йылдан  хеҙмәт баҙарында эшсе ҡулдар етешмәүе үҙен һиҙҙерәсәк.

Рәсәй Федерацияһы кимәлендә бөтә субъекттарҙа ла бюджет дефицит менән ҡабул ителә. Һәм беҙҙең регион ошо исемлектә тәүге урындарҙы биләмәй. Дефициттың 14 млрд. тәшкил итеүе ҙур түгел. Их мөһиме, ул дефицитты нисек ҡапларға тигән юл ҡаралған. Рәсәй Федерацияһы һәм республика кимәлендә  “ Резерв фонд” бар.  Беҙҙең мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте өлкәһендә лә икенсе йылға ҡыҫҡартылған бюджет. Ул долларҙың үҫеүенә, нефткә хаҡтар төшөү һәм гео-сәйәси хәлгә бәйле”.

Гүзәл Ғәлимова: “Мөрәжәғәтнамәлә күрелгән саралар  бик ваҡытлы.  Тағы ла алданыраҡ хәстәрлекләгәндә кешеләрҙең хеҙмәт хаҡы артыр ине, иҡтисадыбыҙ был хәлгә төшмәҫ ине.    Санкциялар беҙҙең республикаға ҡағылмай, тип әйтә алмайбыҙ. Беҙ шул уҡ иҡтисадта йәшәйбеҙ, шул уҡ магазинға  барабыҙ,  шул уҡ хеҙмәт баҙарына барабыҙ, эш хаҡы алабыҙ. Предприятиелар көрсөккә барып терәлһә, эш урындары кәмей.  Һәм бынан халыҡҡа зыян килә.

Беҙҙең бюджет күпселек физик шәхестәрҙән килгән һалымдан тора. Минеңсә, төбәктәрҙә эш урынын ҡайғыртыу - төп мәсьәлә.     

Эш хаҡы түбән булыуға, престижы юҡҡа һылтанып, йәштәр эшсе һөнәре биргән уҡыу йортон түгел, ә юғары уҡыу йорттарын һайлай. Быны профориентация етмәүе менән аңлатыр инем.

Бөгөнгө көндә “ликвидность”  – аҡса етмәгән саҡта,  ҡуйған сараларҙы үтәр өсөн ҡайҙандыр аҡса  алырға, үтәргә кәрәк. Әгәр ҙә эш хаҡы күтәрелһә, килемдәе артасаҡ. Урындарҙа яңы программалар  ҡабул ителгәнгә күрә Рәсәйҙән дә килемдәр күбәйеүе мөмкин. Әгәр төбәктә был программа финансланһа, улар ҙа өҫтәп аҡса  бирә ала”.

ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
Асыҡ студия
"Рәсәй - спорт державаһы"  халыҡ-ара форумы.
"Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара форумы.
Асыҡ студия
Артҡа ҡарап алға барыу
Артҡа ҡарап алға барыу
Асыҡ студия
Волна
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями