Мәмерйәләрҙе һаҡлайыҡ!

Башҡортостанда дүрт йөҙ самаһы мәмерйә иҫәпләнә. Уларҙың ун биштән ашыуы тәбиғәт ҡомартҡыһы булараҡ һаҡлана. Дәүләт тарафынан иғтибар бүленмәгәндәре лә бихисап. Мәмерйәләрҙең әһәмиәте нимәлә? Уларҙы нисек һаҡларға? Сит ил белгестәре был йүнәлештә ниндәй тәжрибәгә эйә? 

Асыҡ студия
Мәмерйәләрҙе һаҡлайыҡ!
Асыҡ студия

 

Тапшырыу авторы: Зөһрә Арсаева.

 

Ҡунаҡ: Башҡортостандың күсемһеҙ мәҙәни мираҫты һаҡлау һәм ҡулланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин.

 

Данир Ғәйнуллин: "Күп тенә тарихи урындарҙа, мәмерйәләрҙә булғанда төрлө яҙмаларға тап булаһың. Был иһә халыҡтың мәҙәни кимәле түбән булыуына бәйле. Беҙ уларҙы тәртипкә өйрәткәнсе, тарихи ҡомартҡыларыбыҙҙың юҡҡа сығыуы ихтимал. Шуның өсөн һәр кем үҙенә ҡарата талапсан, мәҙәниле булһын ине. Мәмерйәләрҙе һаҡлау эшен, унда  инеү, сығыу тәртибен көйләргән кәрәк. Һәм һәр мәмерйә ниндәйҙер бер тәбиғи ҡурсаулыҡ тарафында булып, уның хужаһы булырға тейеш.

20-се октябрҙән 27-нә тиклем Франция һәм Испанияла командировкала булып, тарихи ҡомартҡыларҙы ҡараныҡ. Унда барлығы һигеҙ мәмерйә. Мәмерйәләрҙәге һүрәттәрҙе, тарихи ҡомартҡыларҙы һаҡлау тәжрибәһен өйрәндек.  Төп маҡсатыбыҙ- Европа ғалимдарының тәжрибәһен өйрәнеп, үҙебеҙҙең Шүлгән-таш мәмерйә  комплексын төҙөүҙә ҡулланыу ине. Һәм маҡсатыбыҙға ирештек тип уйлайым.

Сәфәрҙән ҡайтҡас, Шүлгән-таш мәмерйә комплексын төҙөү проектын эшләй башланыҡ. Һәм күреп ҡайтҡан барлыҡ ыңғай яҡтарҙы шунда теркәп, Хөкүмәткә тәҡдим итәсәкбеҙ.

Иң аптыратҡаны ундағы халыҡ үҙенең үткәненә, тарихына үтә лә иғтибарлы. Мәҫәлән, Альтамира мәмерйәһен тапҡас та иң беренсе ишек ҡуйғандар. Башҡа мәмерйәләрҙә лә шулай. Мәмерйә эргәһендә уның күсермәһен эшләп, туристарҙы шунда индереү ойошторолған. Төп һүрәттәр булған мәмерйәләргә бары аҡ халатлы, респиратор кейгән белгестәр генә инә ала. Беҙгә дүрт мәмерйәнең эсен күреү бәхете тейҙе. Баҫҡыстар, махсус яҡтыртҡыстар ҡуйылған, мәғлүмәтле экскурсоводтар мәмерйә тураһында һөйләйҙәр. Ундағы һүрәттәр беҙҙең дәүергә тиклем XII  быуат элек төшөрөлгән, беҙҙең Шүлгән-таш мәмерйәһендәге һүрәт менән бер осорға тап килә. Унда ҡыр кәзәләре, ат, бизондар, ғөмүмән, боронғо кеше нимәгә һунар иткән шуларҙың һүрәттәре төшөрөлгән.

Дөйөм Рәсәй проблемаһы - мәмерйәләрҙе консервациялау, таҙартыу буйынса белгестәр әҙерләнмәй. Альтамира музейы директоры менән һөйләшкәндән һуң, ул ошо өлкәлә эшләгән белгестәрҙе тәҡдим итте. Франциялағы милли музей директоры ла беҙҙең менән киләсәктә теләктәшлек итергә вәғәҙә бирҙе. Испания, Франциялағы мәмерйәләр 60-сы, 80-се йылдарҙа ЮНЕСКО исемлегенә индерелгән. Альтамира музейында булғанда  мәҙәни-мираҫ исемлегенә индерелгән мәмерйәләр картаһын күрҙек. Үкеснескә ҡаршы, беҙҙең Шүлгән-таш мәмерйәһе унда күрһәтелмәгән. ЮНЕСКО исемлегенә рәсми индерелгәс, фәҡәт был картала күрһәтеләсәк, тинеләр.

Мәҙәниәт йылында Башҡортостанда байтаҡ эш эшләнде. Өфө ҡалаһында тарихи-архитектур ҡомартҡылар булған биналарға реставрация эшләнде һәм эшләнә. Баш ҡаланың тарихи үҙәге матурланды, йөҙө үҙгәрә. Шул уҡ Шүлгән-таш биләмәһендә лә байтаҡ эштәр атҡарыла. Киләсәккә булған төп эшмәкәрлегебеҙ Шүлгән-таш мәмерйәһен ЮНЕСКО исемлегенә индереү. Был өлкәлә фән, Хөкүмәт эшмәкәрҙәренең һәм ябай халыҡтың да  теләге ҙур. Һәм ул тормошҡа ашыр, тигән уйҙамын."

ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
Асыҡ студия
"Рәсәй - спорт державаһы"  халыҡ-ара форумы.
"Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара форумы.
Асыҡ студия
Артҡа ҡарап алға барыу
Артҡа ҡарап алға барыу
Асыҡ студия
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями
БАШКОРТТАР-БСТ