Үзбәкстанда Башҡортостан көндәре

Бөгөн үҙәккә халыҡ-ара мәсьәләләрҙе сығармаҡсыбыҙ. Хәйер, был осраҡта - халыҡтар-ара тиеү дөрөҫөрәк булыр. Сөнки, республиканан ситтә - Үзбәкстанда, йәшәүсе милләттәштәребеҙҙең тормошо тураһында һөйләгәндә, беренсенән, барыбер ҙә дәүләттәр ҙә, икенсенән, уларҙағы халыҡтар, милләттәр ҙә күҙ уңында тотола.

Асыҡ студия
Үзбәкстанда Башҡортостан көндәре
Асыҡ студия

 

Программала "Башҡортостан" газета хәбәрсеһе, шағирә,  Шәйехзада Бабич  исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Лариса Абдуллина ҡатнаша.

        

                            Тапшырыуҙы Рәсүл Сәғитов алып бара.

 

 

Лариса Абдуллина: "Үзбәкстан ерендә үҙеңдең республикаңды бейеү, йыр, ҡурай, һүҙ сәнғәте аша күрһәтеү ҙур мәртәбәгә эйә. Тантанаға күпләп беҙҙең милләтәштәребеҙ килгәйне. Сара барышында артистарҙы һәм беҙҙе һырып алдылар. Әйтерһең дә, беҙгә рәхмәт әйтеп, ҡосаҡлап алғанда, Башҡортостандың  бер өлөшө уларға күсә. Шағирәнең миссияһын журналистыҡына ҡушылып, был сәфәрҙә яуаплы вазифа йөкмәргә тура килде. Барлыҡ республика халҡы исеменән сығыш яһаным. Бөгөнгө көндә Үзбәкстанда 140 ойошма эшләй. Улар араһында башҡорт ойошмаһы әүҙемлеге менән айырылып тороуын билдәләп үттеләр. Ул бигерәк тә телде, мәҙәниәтте үҫтереү өлкәһендә ҙур эш алып бара. Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш һәм тулы вәкиле ШОС һәм БРИКС менән бәйләп, Өфө хаҡында ла йылы һүҙҙәр әйтте".

Фото №1 - Үзбәкстанда Башҡортостан көндәре
Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
Пенальти
БАШКОРТТАР-БСТ