Һаҡ һәм иғтибарлы булыу – имгәнеүҙән һаҡлар

"Тайып киттем, йығылдым, аңыма килһәм – ГИПС!".

Асыҡ студия
Һаҡ һәм иғтибарлы булыу – имгәнеүҙән һаҡлар
Асыҡ студия

 

Ҡыш - йылдың гүзәл миҙгеле, әммә тап ошо осорҙа урамдарҙа һәм юлдарҙа, бигерәк тә ҡалала, имгәнеү һәм йәрәхәтләнеү осраҡтары арта.

Ни өсөн? Ниндәй травмалар йышыраҡ күҙәтелә? Зыян күреүсегә нисек ярҙам итергә?

 

Беҙҙә ҡунаҡта - Өфөләге 21-се клиник дауахананың травматология һәм ортопедия бүлеге мөдире, медицина фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Әхтәм Фәйзуллин.

Уның менән Зөһрә Арсаева әңгәмәләшә.

 

Әхтәм Фәйзуллин: "Ҡыш көнө травмалар һаны күбәйә. Шуға ла һәр саҡ һаҡ булырға кәрәк. Күпселек кешеләр боҙлауыҡтарға эләгеп, йығылып, йәрәхәт ала. Һауа торошо алмашынғанда айырыуса иғтибарлыраҡ булырға саҡырабыҙ. Уңайлы аяҡ кейеме һайлағыҙ, үксәһеҙ аяҡ кейеме отошлораҡ булыр.

Йәрәхәттәргә килгәндә, беренсе урында аяҡ һындырыу осраҡтары, унан һуң баш мейеһе һелкенеү, умыртҡа һөйәгенә зыян килтереү осраҡтары. Һөйәк һынып ялғанғандан һуң, организм үҙен икенсе төрлө тоя. Мәҫәлән, һауа торошо үҙгәреүен һиҙә.

Эш урындарында алынған травмаларға килгәндә, шәхси хужалыҡта травманы күберәк алалар. Был тормош хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен еренә еткереп үтәмәүҙе аңлата. Ә имгәнеү һәм йәрәхәтләнеү осраҡтары буйынса беренсе урында төҙөлөш тармағы тора.  

Аяҡ-ҡулдарын туңдырыусылар ҙа беҙгә мөрәжәғәт итә. Юл фажиғәләрендә ҡазаланыусылар күп, беҙ шул йүнәлештә дауалауға махсуслаштырылған дауахана. 

Һуңғы ваҡытта юлдар, туҡталыштарҙың тирә-яғы еренә еткерелеп таҙартыла.  Был иһә кешене йәрәхәт алыуҙан һаҡлай. Кеше йығылам тип уйлап килмәй. Ә шулай ҙа бындай осраҡта йомарланыбыраҡ төшһәң, уның һөҙөмтәһе лә ыңғайыраҡ буласаҡ. Беҙ республика кимәлендәге дауахана булараҡ, Башҡортостандың һәр төбәгенән килгән пациентҡа ярҙам күрһәтәбеҙ. Кәрәк булғанда федераль үҙәккә лә ебәрәбеҙ. Шуға ла бөтә райондарҙан да беҙгә килергә була. Рәхим итегеҙ, яҙылығыҙ. 

Онотмағыҙ, имгәнгән йәки йәрәхәтләнгән осраҡта мобиль телефондарҙан – 112, ҡала телефонынан - 03 номерына шылтыратығыҙ. Сәләмәт булығыҙ!".

Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
Пенальти
БАШКОРТТАР-БСТ