Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә модернизациялау дауам итә. Уның төп асылы нимәлә?

Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы Мырҙабаева  менән  Зөһрә  Арсаева  әңгәмәләшә.

Асыҡ студия
Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә модернизациялау дауам итә. Уның төп асылы нимәлә?
Асыҡ студия

 

Зөһрә Арсаева:

 

- Һеҙ һәр ваҡыт халыҡ араһында, халыҡ менән бергә. Күптән түгел генә Тажикстанда эш сәфәрендә булып ҡайтыуығыҙҙы беләбеҙ. Яҡташтарыбыҙ менән осрашҡанһығыҙ икән. Тәьҫораттарығыҙ?

    

Сәлиә  Мырҙабаева: 

 

- Эйе, беҙ халыҡ вәкиле булараҡ һәр ваҡыт юлда, халыҡты ниндәй һорауҙар борсой, нимә ҡыҙыҡһындыра, быны өйрәнәбеҙ, асыҡлайбыҙ. 

Еңеү яҙы яҡынлаша. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр  Берләшмәһе, шулай уҡ сит ил биләмәләрендә ерләнгән яҡташтарыбыҙҙың исемен мәңгеләштереү эшенә тотондом. Тажикстанда “Дуҫлыҡ” башҡорт-татар милли-мәҙәни үҙәгендә осрашыу үткәрҙек. Был ойошма Рәсәйҙә тыуып үҫкән Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренең исемен мәңгеләштереү менән дә шөғөлләнә. Ошо үҙәк вәкилдәре менән бергә Турсунзаде ҡалаһына сәфәр ҡылдыҡ. Унда 112-се Башҡорт атлы дивизияһы һалдаты, Советтар Союзы Геройы Бәкир Дәүләтов ерләнгән. Ул Башҡортостанда - Благовар районының Иҫке Әмир ауылында тыуған. 1943 йылда Днепр йылғаһы өсөн барған ҡаты алыштарҙа батырлыҡ күрһәтә. Пулеметтан ут асып, дошмандың утлы нөктәһен юҡ итә. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң Бәкир Дәүләтов Тажикстанда йәшәй.

Тажикстанда батырыбыҙҙы хәтерләйҙәр, хөрмәт итәләр. Турсунзадела бер мәктәп Герой исемен йөрөтә. Район музейында уның тормошона арналған стенд урын алған. Мин ҡаһарман Башҡортостан улының ҡәберенә сәскәләр һалдым, батырҙың исемен ҡәҙерләп һаҡлаған халыҡҡа рәхмәт белдерҙем, урындағы хакимиәткә данлыҡлы кавалерия дивизияһы яугиренең таш һынын эшләү өсөн аҡса тапшырҙым. 23 майҙа Советтар Союзы Геройының тыуыуына 100 йыл тула, һәм беҙҙең ниәт - Турсунзаде мәктәбе янында батыр яугиргә бюст ҡуйыу.

 

Зөһрә Арсаева:

 

- Хөрмәтле тыңлаусылар, Советтар Союзы Геройы Бәкир Дәүләтовтың туғандарын, яҡындарын белеүселәр булһа, беҙҙең редакцияға шылтырата алаһығыҙ. Телефоныбыҙ: 251-73-87. 

Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә модернизация дауам итә. Ҡайһы бер кешеләр быны дауаханаларҙағы урындарҙы кәметеү, фельдшер-акушер пункттарын ябыу тип аңлай. Ә асылда? 

 

Сәлиә Мырҙабаева:

 

- Модернизация 2011 йылда башланды. Уның төп мәсьәләһе – һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының матди базаһын һәйбәтләү һәм яңы медицина техникаһы менән йыһазландырыу, хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыу. Ул һүҙ булып ҡына ҡалманы, күп аҡса  бүленде. Беҙҙең республикаға өс йылда ғына 17 миллиардҡа яҡын аҡса бүленде. Был бик ҙур аҡса. Күпселек медицина учреждениелары уларҙы тәғәйен тотоноп, заманса йыһазландырыуҙы тәьмин итте, хеҙмәт күрһәтеү сифатын яҡшыртты. Ошо модернизация һөҙөмтәләрен, уның файҙаһын һәр ерҙә, иң төпкөлдә лә, халыҡ күрергә, тойорға тейеш. Әммә мин депутат булараҡ фельдшер-акушер пункттарын, участка дауаханаларын ябыу, койка урындарын ҡыҫҡартыу тураһында хәбәрҙәрҙе йыш алам. Бер мөрәжәғәт Баймаҡ районы Урғаҙы ауылынан килгәйне, уны Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән бергәләп ыңғай хәл иттек. Халыҡҡа медицина учреждениеһы тураһында дөрөҫ мәғлүмәт бирелмәгән икән. Яңыраҡ Ғүмәр ауылынан да борсоулы хәбәр алдым. Медицина хеҙмәтенең күләме кәмемәҫкә, сифаты түбәнәймәҫкә тейеш, халыҡты урындағы хакимиәт тә, һаулыҡ һаҡлау тармағы етәкселәре лә, министрлыҡ та ярҙамһыҙ ҡалдыра алмай. Медицина хеҙмәтен күрһәтеүҙең төрлө саралары бар бит, уларҙың барыһын да ҡулланыу кәрәк. Ауыл ерендә кадрҙар менән тәьмин ителгән медучреждение  ябылырға тейеш түгел. “Мәғариф тураһында” законда мәктәпте ябыу мәсьәләһен халыҡтың фекерен белеп, уның ҡарарына таянып ҡына башҡарыу мөмкин тигән пункт бар. Бына хәҙер шундай пунктты һаулыҡ һаҡлау тураһындағы законға ла индерергә теләйбеҙ. Сөнки халыҡ үҙенең хоҡуғын белергә һәм ихтыярын асыҡ белдерергә тейеш, мөһим мәсьәләләрҙе тик етәксе генә хәл итмәһен, ә халыҡ та үҙ фекерен әйтеп, төрлө юлдар, ысулдар эҙләү, табыу күҙ уңында тотола.

 

Редакциянан:

“Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенең йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенең адресы:

450077,

Өфө ҡалаһы, Достоевский урамы, 73

Транспорт туҡталышы - "Үҙәк баҙар"

Алдан яҙылыу өсөн бәйләнеш телефондары: 276-12-90, 276-51-81.

Мөрәжәғәттәр өсөн электрон почта адресы: [email protected]

 

 

Фото №1 - Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә модернизациялау дауам итә. Уның төп асылы нимәлә?
Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями
БАШКОРТТАР-БСТ