Берәҙәк эттәр: уларҙан нисек һаҡланырға һәм нисек яҡларға?

Өфөнөң ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалығы директоры Рәмил Ғүмәров менән Гүзәл Ситдиҡова әңгәмә ҡора. 

Асыҡ студия
Берәҙәк эттәр: уларҙан нисек һаҡланырға һәм нисек яҡларға?
Асыҡ студия

 

Рәмил Ғүмәров: 

 

- Бөгөн Өфөлә 17-18 мең берәҙәк эт йөрөй. Халыҡтан уларға бәйле мөрәжәғәт булғас та, шул уҡ минутта берәҙәк эттәрҙе барып тотоп алыу мөмкин түгел. Ҡалала бик күптәр йорт хайуандары тота. Кәрәге бөткәс, уларҙы урамға сығарып ташлаусылар ҙа әҙ түгел. Ә дүрт аяҡлы дуҫтарҙы бындай осраҡта билдәле урынға тапшырыу мөмкинлеге булырға  тейеш. 

Әле Өфөлә 800 урынлыҡ эт приютын проектлау эше алып барыла. Шул ваҡытта эттең дә яҙмышы ыңғай хәл ителә, ул кешегә хәүеф менән дә янамаясаҡ. Ләкин эттәр приюты төҙөү  менән генә мәсьәлә хәл итмәйәсәк. Йыл һайын 11-12 мең этте тотабыҙ, шул сама  берәҙәк хайуан иректә ҡала.

 

- Читала бер баланы эт өйөрө талап һәләк иткәндән һуң, унда берәҙәк хайуандар яҙмышын көйләгән закон булмауы асыҡланған. Ә Башҡортостанда бармы ул  закон?

 

- Бар ҙа  бит, тик ул күптән иҫкергән, уны заманға яраҡлаштырыу, яңыртыу тейеш. Сит илдәрҙә ни өсөн берәҙәк хайуандар юҡ? Сөнки унда тәғәйен закондар күптән теүәл эшләй, халыҡ  та  шул  ҡанундарҙы  тейешенсә үтәй. Әлеге көндә  Рәсәй Дәүләт Думаһы  ла был  юҫыҡта эш алып  бара,  мәсьәләгә бәйле хоҡуҡтарҙың бәғзеләрен төбәктәргә  ҡалдыра. Ә  улар  үҙ  сиратында  муниципалитеттар  кимәлен дә күҙ уңында  тота. Һис  шикһеҙ, аныҡ, камил  закон  сыҡһа, уны  ҡулланыу  берәҙәк хайуандар  мәсәьәләһен  хәл итеүҙе, контролдә тотоуҙы күпкә еңелләштерер ине. Йорт хайуандарын теркәү, стерилләштереү, прививкалау, уларҙы яҙмыш ҡосағына ташлаған өсөн хужаларын ҡаты яуапҡа тарттырыу законға индерелһә, эттәрҙең үрсеүен күпкә кәметеү, берәҙәк хайуандарҙың  барлыҡҡа килеүенә  юл  ҡуймау  мөмкин  буласаҡ.

Өфөлә  һәм Читала  берәҙәк эттәр талауынан балалар һәләк булыу фажиғәһе халыҡты  уяулыҡҡа этәрә, хәҙер ҡырағай хайуандар  тураһында  беҙгә  бик  тиҙ   хәбәр еткерәләр.  Беҙ киске 23 сәғәткә тиклем  эшләйбеҙ, берәҙәк эттәрҙе  тотоу  менән ял көндәрендә  лә  шөғөлләнәбеҙ. 112 телефоны буйынса шылтыратыу ҙа етә.

Ләкин шуныһы мөһим: ниндәй генә закон ҡабул ителһә лә, берәҙәк хайуандар яҙмышын хәл итеүҙә, уларҙан һаҡланыуҙа  махсус ойошмалар,  хужалыҡтар, предприятелар  менән бер рәттән беҙ - кешеләр барыбыҙ ҙа ҡатнашҡанда ғына маҡсатыбыҙға ирешербеҙ.

 

 

ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
Асыҡ студия
"Рәсәй - спорт державаһы"  халыҡ-ара форумы.
"Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара форумы.
Асыҡ студия
Артҡа ҡарап алға барыу
Артҡа ҡарап алға барыу
Асыҡ студия
Акции БСТ
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями