Беҙҙең киләсәк фәндәме?

Бөгөн һүҙ фән тураһында булыр. Ғөмүмән фән һәм айырыуса филология хаҡында. Донъя иҡтисади көрсөккә һаман да тәрәнерәк бата барғанда, илдә донъя көтөү сифаты кәмегәндә, гуманитар ғилем, йәғни матди файҙа килтермәүсе, һәр хәлдә тиҙ генә табыш килтермәүсе эш менән шөғөлләнеү урынлымы?

Асыҡ студия
Беҙҙең киләсәк фәндәме?
Асыҡ студия

 

Тапшырыуҙа  Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты деканы Луиза Сәмситова һәм ошо уҡ факультет доценты Зәки Әлибаев ҡатнаша.

 

Луиза Сәмситова:

 

- Докторлык диссертацияһын яҡлау ҙур яуаплылыҡ өҫтәй. Киләсәккә бурыс – фәнде күтәреү, аспиранттар менән эшләү. Уҡытыусыларыбыҙ төрлө гранттарҙа ҡатнашып, фәнебеҙҙе күтәреү, күрһәтеү, Башҡортостанды Рәсәй кимәлендә генә түгел, ә донъя кимәлендә танытыуҙы маҡсат итеп ҡуя.

Аспирантураға йәштәр теләк менән килә. Тел, әҙәбиәт, тарих өлкәһе булһынмы, һәр береһе ентекле эшләргә тырыша.

Башҡорт тел ғилеме тикшеренеүҙәр көтә. Бигерәк тә лингвокультурология йүнәлешендә. Йылдан-йыл абитуриенттар һаны арта. Ҡурған, Һарытау, Һамар, Ырымыбур өлкәһе, хатта Ҡаҙаҡстандан бер нисә бакалавриятыбыҙ бар.

 

Зәки Әлибаев:

 

- Йәштәрҙең фекерләү ҡеүәһе бер яҡлы ғына түгел. Улар үҙҙәре үк беҙгә тәҡдим менән килә. Әле яңыраҡ ике проект үтте. Береһе әҙәбиәт йылына бәйле, мәктәп уҡыусылары менән “Илһам” проекты республиканың барлыҡ төбәктәрен берләштереп, үҙ һөҙөмтәһен бирҙе. Икенсе проект тулыһынса студенттар араһында үтте.

Апрель айы тулыһынса фәнгә  арнала. Фән өлкәһендәге ҡаҙаныштар хаҡында студенттар сығыш яһаясаҡ. Май айында улар Рәсәй кимәлендәге олимпиадала ҡатнашырға уйлай. Тел, әҙәбиәт һәм тарихты яратҡан кеше - рухлы кеше тип иҫәпләйем. 

Фото №1 - Беҙҙең киләсәк фәндәме?
Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
Уфимская волна
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии