Президент Владимир Путин менән тура элемтә

Академик, фән докторы Фәнил Фәйзуллин һәм иҡтисад фәндәре кандидаты Гүзәл Ғәлимова менән  Рәсүл Сәғитов әңгәмәләшә.

Асыҡ студия
Президент Владимир Путин менән тура элемтә
Асыҡ студия

   

Фәнил Фәйзуллин: 

 

- Бындай осрашыуҙан әллә ниндәй  сенсация көтөү ярамаҫ ине, унда фундаменталь мәсьәләләрҙе фундаменталь саралар менән хәл итеп булмай. Халыҡ менән осрашыу халыҡ телендә барырға тейеш тигән прицип тотолдо. Иҡтисади проблемалар күтәрелеүе оҡшаны, социаль һәм сәйәси өлкәләр ҙә, сит илдәр менән мөнәсәбәттәрҙе көйләү ҙә иҡтисади мәсьәләләргә бәйле бит. Ауыл хужалығын күтәреү мөһим, сөнки аҙыҡ-түлекте ситтән һатып алыу оят. Ҙур сәнәғәтте аяҡҡа баҫтырырға  кәрәк. Ауыл кешеһе етештергән продукцияһын һата алмай, хеҙмәтенән  үҙе түгел, ә аралашсылар файҙа күрә. Был механизмды икенсе төрлө ҡорорға кәрәк.

 

Гүзәл Ғәлимова:

 

- Бөгөн кесе һәм урта эшҡыуарлыҡҡа бәйле саралар күп билдәләнә. Әммә ул саралар тәғәйен эшҡыуарға барып етмәй. Шул проблемалар Путин менән осрашыуҙа ла күтәрелде. Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты эре бизнес менән берләштереү буйынса  дөрөҫ юл һалынған. Осрашыуҙа Путин эшҡыуарҙар өсөн шарттарҙы, кредиттар системаһын һәм башҡаһын яҡшыртыу кәрәклеген белдерҙе. Беҙҙә бөгөн ташламалы кредиттар юҡ бит, ә ҡаралған субсидиялар тейешле урынына барып та етмәүе тураһында бик күптәр әйтте. Кредит аҡсалары бик ҡыйбат, шуға эште лә ыратып булмай.

 

Фәнил Фәйзуллин: 

 

- 55 процентҡа тиклем кредит процентын түләйҙәр беҙҙә, ә Америкала ул, мәҫәлән, 3-5 проценттан артмай. Эш хаҡы менән тулайым эске продукттың тап килмәүе ҡамасаулай, минеңсә. Әгәр 50 процент самаһы байлыҡ   дәүләт ҡулында түгел икән, тимәк, дәүләт етәкселәре дәүләт менән тейешенсә  идара итә алмай. Эш хаҡын оптимизацияларға тейешбеҙ. Закондарыбыҙҙы эшләтеү механизмдарын камиллаштырыу шарт. Көрсөккә килгәндә, уға бәйле төшөнкөлөккә халыҡ  әллә ни бирелмәне. Яңы мөмкинлектәребеҙ ҡайҙа икәнен табырға тейешбеҙ.

 

Гүзәл Ғәлимова: 

 

- Төшөнкөлөккә бирелмәү яҡшы, әлбиттә, әммә финанс ресурстарының етешмәүе бик һиҙелер тип уйлайым. Капиталдың ситкә сығыуына сик ҡуйыусы механизм эшләһен ине. Путин ике йыл арауығында беҙҙең иҡтисад элекке хәленә ҡайтыр тиһә лә, был, минеңсә, үтә лә ҡыҫҡа ваҡыт.

 

Фәнил Фәйзуллин: 

 

- Был фекер уның Мөрөжәғәтнамәһендә лә булғайны. Әммә  ошо юғарылыҡҡа күтәрелеүҙең механизмы асыҡ түгел. 

Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
Уфимская волна
Акции БСТ