Тартаһыңмы? Эсәһеңме? Һин әле үк йәлләт...

Һәр йыл май аҙағында тәмәкегә ҡаршы көрәш көнөн билдәләйбеҙ. Көрәшергә кәрәк икән, ул нисек булырға тейеш-дәүләт кимәлендә ҡаралған программалар, закондар нигеҙендәме, әллә һәр йәмғиәт ағзаһының был күренешкә ҡарата иғтибарһыҙ булмауынан башларға кәрәкме эштә?

Асыҡ студия
Тартаһыңмы? Эсәһеңме? Һин әле үк йәлләт...
Асыҡ студия

 

Тәмәкегә ҡаршы көрәш волонтёры Заря Бикташева менән Гүзәл Ситдиҡова  әңгәмәләшә.

 

Заря Бикташева:

 

- 26 йыл самаһы валонтёрлыҡ эше менән шөғөлләнәм. Ҡыуаныслыһы,  йәштәр мине аңлап ҡабул итә. Улар менән матур мөнәсәбәттә аралашырға кәрәк. Тәмәке тартыусылар араһында ҡыҙҙар күпләп  осрауы хәүефләндерә. Меңләп ғаиләне беләм тиһәм хата булмаҫ. Шуларҙың һигеҙендә генә тәмәке тартмайҙар, хәмер ҙә эсмәйҙәр. Камиллыҡҡа ынтылырға кәрәк. Тәмәке тартыу зыянлы, ярамай тигәнде ҡайһы саҡ ишетмәүҙәре уйландыра. Һәр ата-әсә үҙ балаһын наркотикһыҙ тынысланлырырыға өйрәтергә тейеш. Бала тынысланам тип тәмәке, араҡыға ынтыла. Улар тирә-йүндәгеләргә зыян килтерә, инвалид булып, Хөкүмәт елкәһенә ултырып, пенсия ала. Тәмәке-араҡыға киткән бер һум аҡса 1978 һумлыҡ зыян килтереүе бар. 

Баланы ниндәйҙер ҡыҙыҡлы шөғөлгә, үҫә килә файҙалы эшкә ылыҡтырырыға кәрәк. Шул саҡ та бала үҙен башҡаларҙан өҫтөнөрәк тоясаҡ. Насар ғәҙәттәр хаҡында баланы һәр саҡ иҫкәртеп торорға кәрәк. Уҡыған, күргәнгә ҡара нығыраҡ тәъҫир итә. Тәмәке ташларға теләһәгеҙ “онотам, битарафмын” тип яҙып, шуны бер нисә ҡат уҡып ятығыҙ. 

Фото №1 - Тартаһыңмы? Эсәһеңме? Һин әле үк йәлләт...
Замансалыҡ — тарихилыҡты тотоу ҙа ул
Замансалыҡ — тарихилыҡты тотоу ҙа ул
Асыҡ студия
Экология мәсьәләләре. Яңы закондар.
Асыҡ студия
Бурысҡа тиң хоҡуҡ
Бурысҡа тиң хоҡуҡ
Асыҡ студия
уфавсердце
Акции БСТ