Рух юғарылығы һаҡланһын!

Журналист Рәсүл Сәғитов:

Фото №1 - Рух юғарылығы һаҡланһын!

 

- Бөгөн дә оло сәйәсәт мәсьәләләрен күтәрәбеҙ. Ғөмүмән, ололоҡ, йәғни күренештәргә өҫтән ҡарау, шулай ҡапылғара ҡарарҙар ҡылмау, һөҙөмтәлә яңылышмау, аҙаҡ төҙәтеп йонсомау - үҙе һәйбәт бит. Ошо уҡты Рәсәйҙең бөгөнгөһө, киләсәге, уның иҡтисады нишләйәсәге тәңгәлендә лә әйтергә була. Ә бының өсөн әлеге оло сәйәсәт йүнәлештәрен, нимә теләгәнебеҙҙе аныҡ билдәләргә тейешбеҙ ҙәһә: барыр ер булғанда, барыр юл да табыла. Һәм беҙҙең Өфө, Башҡортостан был көндәрҙә, беләбеҙ, ярты донъяның ошо оло сәйәсәте урынына әйләнде.

Саммиттар тамам, әммә уларҙы беҙҙең яҡты иҫтәлектәр, Конгресс-холлдағы залдар, уның донъя һулышын әле лә һаҡлаған өҫтәлдәре, Салауат һәйкәле янындағы һүтелеп өлгөрмәгән ҡоролмалар ғына түгел, ә белдереүҙәр, "Өфө декларацияһы" тигән ҙур документ һәм башҡалар оҙайта әле. Әлеге декларацияның, мәҫәлән, 6-сы пунктындағы: "Дәүләттәрҙең бергә тыныс йәшәүе халыҡ-ара хоҡуҡ принциптары һәм нормаларының бөтәһе тарафынан да, намыҫ менән, эҙмә-эҙлекле үтәлеүенән тыш мөмкин түгел", - тигән һүҙҙәр бер нисек тә үткән аҙнала ғына тороп ҡала алмай, әлбиттә. Йәки, бына, 40-сы пункттағы: "Беҙ Яҡын Көнсығышта ядро һәм күпләп юҡ итеүсе башҡа төр ҡоралдан азат урын булдырыуҙы хуплайбыҙ, был мәсьәлә буйынса ошо төбәк илдәре ҡатнашлығында конференция йыйырға тағы ла саҡырабыҙ", - тиелеү. Өфө декларацияһы һандың сифатҡа халыҡ-ара кимәлдә һәм күләмдә әйләнеүен асыҡ күрһәтте. Уны тотошлай уҡып сыҡҡандан һуң үҫешеүсе дәүләттәрҙең хәҙер инде ниндәйҙер икенсе донъя түгеллеге тураһында аныҡ һығымта ярала. Планета бер полярлы булыуҙан туҡтаны. БРИКС һәм ШОС илдәре иҡтисадтарының һан буйынса ғына үҫешеүе Ер шарының артабанғы бөтә иҡтисади һәм сәйәси тормошо ҡағиҙәләрен билдәләүсе яңы сифатҡа әүерелде. Өфө декларацияһы именлектән финанстарға, наркотиктарҙан терроризмға, фәндән хеҙмәтте ойоштороуға тиклем донъялағы бар көнүҙәк мәсьәләләрҙе эсенә ала. Дөрөҫөн әйткәндә, был - Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы кимәленә сығыу. Хәҙер инде "Оло етәү" тип йөрөтөлгән төркөмдөң Рәсәйҙе ҡабул итеү-итмәүе лә мөһим түгел. Әйткәндәй, декларацияла етәүме, һигеҙме тип телгә алыу ҙа юҡ.

Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы тигәндән. Документта уны, шул иҫәптән төп органы булған Именлек Советын да, ныҡлап үҙгәртеү кәрәклеге лә яҙыла - даими ағзалары Рәсәй менән Ҡытай Бразилия, Һиндостан һәм Көньяҡ Африка Республикаһының да халыҡ-ара эштәрҙәге статусына мөһим әһәмиәт бирә һәм уларҙың БМО-ла әлегенән һәлмәгерәк роль уйнарға ынтылышын хуплай. Дипломатия теле менән яҙылған был һүҙҙәр Именлек Советының киңәйтелергә тейешлеген аңлаталырмы, быны раҫларға иртәрәктер, ләкин улар халыҡ-ара хәүефһеҙлектең егерменсе быуаттың 70-80-се йылдарындағы нормаларына әйләнеп ҡайтыуҙы күҙҙә тота - ул саҡта донъя бөгөнгөнән күпкә тынысыраҡ ине бит. Саммитта ҡатнашыусылар киләсәктә БМО резолюцияһынан тыш бер ниндәй ҙә хәрби хәрәкәттәрҙең булмаҫҡа тейешлегенә айырым баҫым яһаны: бәхәстәр яу яланында түгел, ә һөйләшеүҙәр аша хәл ителһен.Өфө декларацияһының иҡтисади өлөшө лә бәләкәй түгел. Иң тәүҙә - Халыҡ-ара Валюта Фондында етди үҙгәрештәргә иҫәп тоторға әллә ни кәрәкмәүе. БРИКС илдәре вәкәләттәрҙең түләнгән иғәнәгә ярашлы бүленеүе механизмын индереү яҡлы. Йәғни Америка Ҡушма Штаттары менән әлеге фондтың сикһеҙ хужалыҡ итеүе дәүере бөтә, тиергә мөмкин. Бигерәк тә - БРИКС-тың Үҫеш банкы эшләй башлағанда. Шулай, донъя иҡтисады - оло үҙгәрештәр алдында. Рәсәй башланғысы менән БРИКС илдәренең 2020 йылғаса иҡтисади партнерлығы стратегияһы ҡабул ителгәне лә билдәле. Унда айырым иғтибарҙы рәсми булмаған эш хаҡы мәсьәләһе йәлеп итә. 

 

Редакциянан: матбуғат конференцияһында белдерелгәндәр, шулай уҡ академик Фәнил Фәйзуллиндың саммиттар буйынса фекерҙәрен тапшырыуҙы тыңлап белергә мөмкин.

 

   

Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
уфавсердце
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями