Рәсүл Сәғитов:
Студия ошо һорауға яуап эҙләү өсөн асыҡ. Яуапты эҙләмәйенсә лә булмай, сөнки хәл бик ҡатмарлы. Ошо көндәрҙә күп егет һәм ҡыҙҙарыбыҙ урта махсус, юғары уҡыу йорттарына инеп, ҡыуаныша, уларҙан да бигерәк ата-әсәләре шатлана. Һәйбәт эш, әлбиттә: ауырлыҡтар, күңел ғазаптары артта. Ләкин улар ҙа, ҡатыраҡ яңғыраһа ла, әйтергә мәжбүрбеҙ, ваҡытлыса. Мәҫәлән, бакалавриатты бөтөргәнсә. Артабан инде алға тағы дилемма килеп баҫа: эшкә төшөргәме, магистратураға инергәме? Бәлки ул хәтлем үк ике ут араһы ла түгелдер был, юғиһә икеһен бер юлы ла башҡарырға мөмкин бит һәм ғәҙәттә шулай ителә лә. Ләкин эш табылырмы һуң? Бына шунда инде һин дүрт йыл элек, бәлки, әллә ни диҡҡәт ҡылмаған нәмә - һөнәрҙе дөрөҫ һайлау кәрәклеге, бөтә яҡшылығында йәки яманлығында, асыҡ сағылыр ҙа. Беҙ, эйе, китап һүҙе менән әйткәндә, "хеҙмәт баҙарындағы ихтыяж" тураһында һөйләйбеҙ. Бының, рәсми телдә бигерәк тә һалҡын яңғыраған төшөнсәнең, тормошо яңы башланған тигәндәй йәш кешегә ҡарата ҡулланылыуы, бәлки, кешелекһеҙ ҙә яңғырайҙыр, әммә ысынбарлыҡ шулай: социаль дәүләттә булһа ла, капитализм шарттарында йәшәйбеҙ ҙәһә. Шул йә был һөнәр эйәһе хайран үтемле тип кенә, үҙеңә оҡшамаған, булмышыңа, тәбиғәтеңә ят өлкәгә бара алмайһың, әлбиттә, уныһы хаҡ, ул саҡта мәктәпте йә бакалавриатты, магистратураны тамамлағанда ғына түгел, ғүмер буйы ғазап сигерһең… Ошо уҡты модалы һаналған профессиялар тәңгәлендә лә әйтергә кәрәктер. Эйе, шәп ишетелә, заманса, тик аңлайышһыҙыраҡ та бит әле. Ата-әсәңдең аҡсаһын түләп тороп уҡырһың да ул, артабан ни эшләрһең икән?.. Ҡыҫҡаһы, уйлап эш итергә кәрәк.
Мәсьәләнең совет заманындағы система - белгестәрҙе дәүләт бүлеүенең бер көн килеп юҡҡа сығыуына бәйле икәне асыҡ мәғлүм. Үткән быуаттың 90-сы йылдары аҙағында СССР Министрҙар Советының профессиональ уҡыу йорттарын тамамлаусыларҙы үҙәкләштереп бүлеүҙе ғәмәлдән сығарыуы ана шул хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнешлелекте уғата арттырҙы. Вуздар уҡытып сығара ла эше бөтә, яуаплылыҡ юҡ. Был коммерция нигеҙендә башҡарылғанда инде - бөтөнләй. Ғөмүмән, белем биреүҙе эшҡыуарлыҡҡа әйләндереп ебәреү ҙә - дөрөҫ түгел дә инде. Бая әйтмешләй, модалы һөнәрҙәр буйынса бүлектәр асып ебәрәһең дә, аҡса эшләйһең.
Ни эшләргә һуң?
Бүлеү системаһын яңынан тергеҙәйекме? Рәсәй мәғариф һәм фән министрлығы быға ҡырҡа ҡаршы. Сөнки ул саҡта бүлеү генә түгел, бүленеү ҙә бар ине бит: мәҫәлән, ауыл еренә балалар уҡытырға йәки дауаханала эшләргә бөтәһе лә атлығып торманы, ҡалала ҡалырға тырышыу үткән быуатта ла булды. Шуға күрә өс йыл мәжбүри эшләү индерелгәйне.
Шуның менән бер рәттә дәүләт вуз тамамлаусыларҙы бөтөнләй үк ташлап ҡуйҙы, тип тә булмай. Ана шул 90-сы йылдар аҙағы - 2000-се йылдар башында илдә уларҙы эшкә урынлаштырыу үҙәктәре булдырылды. 2006-2008 йылдарҙа Башҡортостандың да күпселек юғары уҡыу йорттарында барлыҡҡа килде улар. Шул иҫәптән - Башҡорт дәүләт университетында ла. Бөгөн беҙ тура эфирҙағы һөйләшеүгә тап ундағы ошондай бүлек мөдире Айбулат Хөсәйеновты һәм Өфө ҡалаһының йәштәр хеҙмәт мәшғүллеге үҙәге белгесе Дилә Ҡарабаеваны саҡырҙыҡ.