Ризыҡ та тир түгеп алына

Үткән йылдың август айында Рәсәй беҙгә ҡаршы санкция индергән дәүләттәрҙән һөт ризыҡтары, ит, балыҡ һәм йәшелсә-емеш һатып алыуҙы тыйҙы.  Быйыл 25 июлдә эмбарго йәнә бер йылға оҙайтылды. Шуға ҡарамаҫтан тыйылған продукция төрҙәре өсөнсө илдәр аша Рәсәйгә сығарыла. Шуға ла Рәсәй хөкүмәте санкциялар исемлегендәге аҙыҡ-түлекте юҡҡа сығарыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Ул 2015 йылдың 6 авгусында үҙ көсөнә инде.  

Фото №1 - Ризыҡ та тир түгеп алына

Рәсәйҙең ауыл хужалығын күҙәтеү үҙәгенән белдереүенсә, “ҡара исемлек”тә торған һәм контарабанда тип табылған аҙыҡ-түлек көн һайын юҡҡа сығарыла.

Йәшелсә-емештәр сүплеккә оҙатыла. Уларҙы яндырылар йәки бульдозер менән иҙәләр. Итте лә утҡа ырғыталар. Бер нисә көн элек Белгород өлкәһендә сик һаҡсылары тарафынан 9 тоннаға яҡын сыр ҡулға алынған. Продукцияның бөтә партияһы көнкүреш ҡалдыҡтары полигонына ебәрелгән. Яңыраҡ ҡына Смоленскийҙа Европа берлегенән килтерелгән 7 тонна томат, 50 тонна абрикос һәм нектарин ер ҡуйынына һалынған. Уларҙың ялған документтар буйынса алынғанлығы асыҡланған.  Санкциялар исемелегенә ҡараған продукттар беҙҙең магазиндарында һәм келәттәрҙә булмаҫҡа тейеш. Рәсәй президенты указы буйынса импорт аҙыҡ-түлекте урынында уҡ утилләштереү бурысы ҡуйыла.

Һөт һәм ит продукттарын, йәшелсә-емеште яндырыу, иҙеү, ергә күмеү йәки эшкәртеү дөрөҫмө? Бәлки балалар һәм ҡарттар йорттарына тапшырырға кәрәктер? Ҡасаҡтарға өләшеү ҙә артыҡ булмаҫ ине. Хайуандар өсөн аҙыҡ етештереү уйы ла бар.

 

“Асыҡ студия” тапышырыуында танылған шағирә Тамара Ғәниева  һәм биология фәндәре докторы, профессор Фирүзә Аҡсуринаның фекерҙәре яңғырай. Шулай уҡ тыңлаусыларыбыҙҙың да ҡарашын белештек.

 

ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
Асыҡ студия
"Рәсәй - спорт державаһы"  халыҡ-ара форумы.
"Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара форумы.
Асыҡ студия
Артҡа ҡарап алға барыу
Артҡа ҡарап алға барыу
Асыҡ студия
Акции БСТ
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями