Фәрзәнә Аҡбулатова: "Киләсәктә золом ҡорбандары тураһында яҙырға уйлайым".

Беҙҙә ҡунаҡта - танылған яҙыусы һәм журналист, республиканың Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Фәрзәнә Аҡбулатова. 

Фото №1 - Фәрзәнә Аҡбулатова: "Киләсәктә золом ҡорбандары тураһында яҙырға уйлайым".

 

- “Атай икмәге” – әҙәбиәттәге дебютығыҙ. Барыһы ла ошо әҫәрҙән һуң башланды тип әйтә алаһығыҙмы?

- Ул уңышһыҙ булһа, уҡыусыларҙың иғтибарын йәлеп итә алмаһа, башҡа әҫәрҙәр яҙылыр инеме?

- Бер яҙыусы, исемен хәтерләмәйем, әҙәбиәттең киләсәге – хикәйәлә тигән. Әммә күреүебеҙсә, эре формалар ҙа үҙ урынын юғалтмай. Һәм һеҙ ҙә романист булып танылдығыҙ.

- Яҙыусы дин әһеле эшләгәнде эшләргә бурыслы тигән фекер уҡығайным. Ошо турала фекер алышҡанда...

- Ҡайһы бер әҙиптәр бик әкерен ижад итә, көнөнә бер-ике юл ғына яҙа һәм был юлдарҙан бөйөк әҫәр барлыҡҡа килә. Һеҙҙең ижади процесс нисек ҡоролған?

- Роман өҫтөндә эш нисек бара? Әҫәрҙең яҙылған өлөштәрен йәғни өҙөктәрҙе кемгәлер уҡырға бирәһегеҙме?

- Һеҙҙе бик талапсан кеше тип беләм. Минеңсә, һеҙ әҫәрҙәге һәр һүҙҙе шымартаһығыҙ, эшкәртәһегеҙ. Алмаштырып, һайлап, кәрәкмәгән һүҙҙәрҙе алып ташлайһығыҙҙыр?

- Мөхәррирҙәр ашыҡтыра, нәшриәт етәкселәре көн һайын баҫым яһай. Әммә мин улар ыңғайына йөрөмәнем, үҙ яҙмаларымды бер ҡасан да үҙгәртергә ирек бирмәнем, - тигән бер яҙыусы. Мөхәррирҙәрҙең кәңәшләшмәйенсә әҫәрегеҙҙәге берәй һүҙҙе алмаштырған, йәки тотош һөйләмде алып ташлаған осраҡтары булдымы?

- “Әҙәби әҫәрҙең яҙмышы өсөн ниндәйҙер ойошма ағзаһы булыу мотлаҡ түгел. Әҙәби төркөмдәрҙә лә торорға кәрәкмәй. Проза яҙыу өсөн ҡағыҙ һәм ҡәләм булһа, шул етә. Һәм китап донъя күргәндән һуң үҙ ҡанундары буйынса йәшәй башлай,- тигән билдәле бер яҙыусы. Был фекергә һеҙҙең ҡарашығыҙ? Хәҙер әлбиттә, ноутбук, компьютер кәрәк...

- Яҙыусылар берлегендә тороусылар күп. Ә уҡымлы, бөтәһен дә аптыратҡан, барыһы ла эҙләп, табып, уҡырға ашыҡҡан әҫәрҙәр әҙ. Бөгөнгө әҙәбиәткә ҡарашығыҙ? Ундағы темалар һәм геройҙар һеҙгә оҡшаймы? 

- Һеҙ үткер ҡәләмле журналист. Бөгөн Башҡортостандағы һәм Рәсәйҙәге журналистиканы нисек баһалайһығыҙ. Айырыуса милли телдәрҙә сыҡҡан баҫмаларҙың, милли телдәрҙә тапшырыуҙар алып барған радио һәм телеканалдарҙың эшен?

- Доллар һәм евро курсы даими үҙгәреп тора. Нефткә хаҡ йә арта, йә төшә? Магазиндарҙа әйбер хаҡы ҡиммәтләнә. Донъяның бер нисә илендә һуғыш бара. Был ваҡиғаларға ҡарашығыҙ?

- Беҙ гаджеттар заманында йәшәйбеҙ. Кешеләр телефонға текәлгән, интернетта, айфонда, айпадта. Хатта транспортта ла. Өлкәндәр генә түгел, балалар ҙа глобаль селтәргә эләкте. Был яҡшымы, насармы?

- Иҡтисади көрсөк осоронда китап уҡыусылар һаны артамы? Ниндәй генә ваҡыттар булһа ла, кеше рухи аҙыҡҡа мохтаж.

Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап тапшырыуҙың яҙма вариантында. 

 

26 ноябрҙә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Фәрзәнә Аҡбулатованың 50 йәшлек юбилейына арналған әҙәбиәт байрамы үтә. Режиссеры - Хөрмәт Үтәшев. Сценарий авторы - Рәйсә Абдуллина. Башлана 19 сәғәттә. 

 

Рух ныҡлығы өҫтәне
Рух ныҡлығы өҫтәне
Асыҡ студия
Геройҙар исемен мәңгеләштереү
Геройҙар исемен мәңгеләштереү
Асыҡ студия
Сәсереңдән алда һатырыңды уйла
Сәсереңдән алда һатырыңды уйла
Асыҡ студия
Волна
Акции БСТ