Күмәк араһында тиң булып

      Рәсүл Сәғитов:

Фото №1 - Күмәк араһында тиң булып

      - Ошо көндәрҙә генә, 27 майҙа, Мәскәүҙә Евразия халыҡтары Ассамблеяһы барлыҡҡа килде һәм съезы ла уҙҙы. Ул ҡитғалағы бер нисә тиҫтә илдең коммерция булмаған берекмәләре вәкилдәре тарафынан ойошторолдо, маҡсаты – рәсми телдә белдерһәк, –берләшеү процестарына булышлыҡ итеү. Ассамблея, уның съезы ҡайһы яҡлап, дәрәжәлә мөһим һуң? Сәйәсәт был, иң тәүҙә – шуның менән. Ә сәйәсәттең оҙаҡ уйнаусан пластинка икәнен беләбеҙ, ул өҫтән ҡараусан, күҙҙе лә, һүҙҙе лә алыҫҡа ташлаусан. Евразия тиелеүе лә мөһим, юғиһә Рәсәй халыҡтары Ассамблеяһы бар, Башҡортостан халыҡтары Ассамблеяһы ла эшләп килә, ләкин был ғына әҙ, бөгөнгө яңы быуын Советтар Союзы заманындағы интеграцияны томан аръяғында ғына күрә, халыҡ-ара кимәлдә диалогтар бөгөн ифрат кәрәк.

      Съездың эшлекле программаһы 40-тан ашыу майҙансыҡта уҙғаны, уларҙа пленар ултырыштар, панель дискуссиялары, түңәрәк өҫтәлдәр, конференциялар үткәне хәбәр ителә. Иғтибар үҙәгенә иҡтисади, мәҙәни хеҙмәттәшлек, экология, милләт-ара татыулыҡ һәм башҡа мәсьәләләр сығарыла.

      Был көндәрҙең икенсе сараһы - ЛиФФт Бөтә Рәсәй әҙәби фестивале. Ул Марина Цветаеваның тыуыуына 125 йыл тулыуға арналды.

Икеһен бергә атайбыҙ, сөнки әле студияла ошо һәм башҡа сараларҙа ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ йыйылған. "Асыҡ студия"ла республика Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаевты, шағирәләр Лариса Абдуллина менән Гүзәл Ситдыҡованы сәләмләйбеҙ.

Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
уфавсердце
Пенальти