Быуаттар аҡылын һаҡлаған хазина

Рәсүл Сәғитов:

Фото №1 - Быуаттар аҡылын һаҡлаған хазина

      - Китап тураһында һөйләшәйек бөгөн. Сөнки, беренсенән, кисә генә Мәскәүҙә бик ҙур китап йәрминкәһе тамамланды, икенсенән, мәсьәлә ғөмүмән дә иғтибарға гел лайыҡ булырға тейеш - нисек кенә, бәлки, ышанысһыҙ яңғырамаһын, илдең, халыҡтарҙың, кешеләрҙең көсө матди байлыҡтарҙа ғына түгел, уларҙан да бигерәк рух ныҡлығында. Был айырыуса бөгөн, халыҡ-ара мөнәсәбәттәр ҡатмарлашып киткәндә, мөһим. Әҙәм балаһының ошо эске көсөн шул иҫәптән китап та тота. Китап быуаттар аҡылын һаҡлай. Фатирҙарға китап кәштәләренең яңынан ҡайтыуына ла өмөтләнәйек - һәр ил, һәр халыҡ тап үҙенекен алға һөргәндә, тарихын онотмағанда, традицияларына тоғро ҡалғанда ғына ил дә, халыҡ та бит.

      Ә йәрминкә, тәүге мәртәбә, иҫләйбеҙ, 2015 йылда, Әҙәбиәт йылында, ойошторолғайны. "Рәсәй китаптары" тип аталған был проект уңышлы булып сыҡты һәм даимиға әйләнде, быйыл өсөнсөгә үтте. Былтыр һәм быйыл ул "Ҡыҙыл майҙан" тип исемләнде, сөнки тап шунда, баш ҡаланың үҙәгендә, уҙғарылды ла. Ошоғаса ул тышта  ғына урынлашһа, быйыл киңәйә төштө - ГУМ эсенә үк инеп китте.

      Сарала, йылдағыса, Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәте лә ҡатнашты һәм әле генә студияла уның директоры Илһам Йәндәүләтовты ҡаршыланыҡ.

Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями
БАШКОРТТАР-БСТ