Рәсүл Сәғитов:
– Ғилемлелек – нурмы? Эйе, әлбиттә. Ә бына наҙанлыҡ – хур. Шулай булғас, тел белеү ҙә, уны беләйем тип белеү – ҙур.
Йәмғиәттә, беҙ – уның ағзалары, хатта үҙен төрлө яҡтан юғары баһалағандар тарафынан да милли телдәргә, йәшермәйек, өҫтәнерәк ҡарау күренеше һаман да барыбер ҙә булғанға ошолай башланыҡ бөгөнгө тапшырыуҙы. Быныһы – ғөмүмән алғанда, ә һөйләшеүгә тәғәйен нигеҙ ҙә бар - берҙән, яңы уҡыу йылы башланырға тора, иртәгә Өфөлә республика педсоветы уҙыры билдәле, икенсенән, дәүләт телдәрен һәм туған телдәрҙе мәктәптә уҡытыу мәсьәләһенең һуңғы арала айырыуса ҡуйыра барып, үткән аҙна аҙағында юғары кимәлдә асыҡлыҡ алғаны мәғлүм – республика башлығы Рөстәм Хәмитовтың белдереүендә Башҡортостанда башҡорт телен һаҡлау буйынса бөтәһе лә эшләнәсәге лә сағылды.
Мәктәптәрҙә өҫтәмә, факультатив дәрестәр буласаҡ. Шуның менән бергә заман шул иҫәптән ошо өлкәлә лә яңы ысулдар таптыра – иҫкесә уйлап яңыса йәшәп булмай. Һәм бындай проект бар ҙа.
Бөгөн тап ошо турала ентекле һөйләшмәксебеҙ ҙә. "Асыҡ студия"ла Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты башҡорт филологияһы факультетының башҡорт теле һәм уны уҡытыу методикаһы кафедраһы мөдире, педагогия фәндәре кандидаты Сәлимә Таһирова менән өлкән уҡытыусы, филология фәндәре кандидаты Азалия Хурамшинаны сәләмләйбеҙ.