Ғилемдән булыр килем

      Рәсүл Сәғитов:

Фото №1 - Ғилемдән булыр килем

      – Рәсәй фәне көнө үтте кисә. Шул турала һөйләшәйек тә бөгөн.

      Ни өсөн 8 февраль? Рәсәй Фәндәр Академияһы ойошторолоуға бәйле был – 1999 йылда, Ельцин дәүерендә әле, академияның 275 йыллығы айҡанлы, билдәләнә башлай. Һәм билдәләнһен дә – фәнгә иғтибар йүнәлтелә ошолай, виртуаллектән ул ысынбарлыҡҡа яҡыная. Донъяны бөтөнләй, танып булмаҫлыҡ дәрәжәгә еткереп, үҙгәртеү мөмкинлеге лә, көсө лә бар бит фәндең. Хәүефе лә юҡ түгел – теориянан практикаға күсеп, тормош шарттарының яҡшырыуына килтерһен, донъяны танып-белеүҙе еңелләштерһен, бар нәмәне камиллаштырһын, ләкин кешелектең йәшәү, үҫеү, әхләҡи нигеҙҙәрен ҡаҡшатмаһын – сама белгән сайҡалмаҫ.

      Фәндең даими алға барғаны тормошта сағыла ла бит – быға диҡҡәт ҡылмау мөмкин түгел. Бөгөн беҙҙең ҡараш менән ҡолаҡтан йәшерен нәмәләр, лабораторияларҙа бешеп кенә килгәндәр ун-ун биш йылдан көнкүрешкә ҡыйыу килеп тә инерҙәр. Кешелек бит, ана, телепатияны ысынбарлыҡ тип ҡабул итергә әҙер, тиерлек – кәмендә яһалманы, кешене компьютер менән тоташтырғанын – ғалимдар компьютерға уйҙағы бойороҡтарҙы биреү технологияһын тапты ла баһа. Ә вакуум поездары? Поезд торба эсендә осҡостан ике тапҡыр етеҙерек елдерһен әле... Үҙе йөрөгән автомобилдәр әле үк тә бар. Һәм башҡалар, һәм бүтәндәр. Ләкин, ҡабатлап әйтәйек, әҙәмгә зыян ғына килмәһен.

      Фән көнө Башҡортостанда төрлө саралар менән билдәләнде һәм шуларҙың береһе – йәш ғалимдар, ғилми коллективтар араһында ойошторолған конкурста еңеүселәргә республика гранттары тапшырылыуы. Улар араһында Башҡорт дәүләт университетының Иҡтисад, финанстар һәм эшҡыуарлыҡ институты фәнни-мәғлүмәти үҙәге мөдире Илшат Исламов та бар.

 

Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
Уфимская волна
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии