Һаҡла – һаҡланырһың

      Рәсүл Сәғитов:

Фото №1 - Һаҡла – һаҡланырһың

      –  ”Тәбиғәтте ниңә һаҡларға кәрәк?” – тигән ябай, ләкин тәрән һорауҙан башлайыҡ бөгөнгө һүҙҙе. Һәм быны һәр кем бирергә тейештер ҙә үҙ-үҙенә. Яуабын да табыу мотлаҡ. Тап һәм күңелең ҡушҡанды үтә. Ә күңел, уның өҫкө, көнкүреш ихтыяжы баҫҡан, тәбиғәткә талаусы сифатындамы, битараф рәүештәме, шунан ғына әллә ни булмаҫ типме ҡараған, өлөшө, бәлки, еңелерәк мөнәсәбәттә булһа ла, төптә бит беҙҙән һуң килер быуындарҙың да, кәмендә саф һауа менән таҙа һыуға хоҡуҡлылығын аңлау барыбер ҙә бар. Яуап та бирелде, бына, әйткәндәй.

      Был киң мәсьәләгә тотоноуыбыҙ – тотош Рәсәйҙә Экология, Башҡортостанда, өҫтәп, айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре лә, йылына ошо арала төрлө кимәлдә йомғаҡ яһалыуҙан. Һандар, һөҙөмтәләр, һығымталар ҡыҙыҡһындыра беҙҙе һәм студияға Башҡортостан тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы хеҙмәткәрҙәре – экология именлеге бүлеге баш белгесе Айтуған Аралбаевты,  Айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһының бүлек етәксеһе Гөлшат Мөхәмәтдинованы, матбуғат секретары Лилиә Нуретдинованы саҡырҙыҡ.

 

Ватан һаҡлаулы, халыҡ яҡлаулы
Ватан һаҡлаулы, халыҡ яҡлаулы
Асыҡ студия
Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы
Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы
Асыҡ студия
УРТА БУЛҺА ЛА ЮҒАРЫ, ЯНАМАЙ УҒА ЮҒАЛЫУ
УРТА БУЛҺА ЛА ЮҒАРЫ, ЯНАМАЙ УҒА ЮҒАЛЫУ
Асыҡ студия
Уфимская волна
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями