Рәсүл Сәғитов:
– Оло датаға – Башҡортостан ойошторолоуҙың 2019 йылда билдәләнер бер быуатлыҡ юбилейына, яҡынбыҙ. Ғәмәлдә еттек тә инде, хәйер. Һәм етеү быйыл ғына ла тормошҡа ашманы, тиергә лә мөмкин, сөнки ҙур, күренекле, боролошло ваҡиғалар бер көндә генә атҡарылмай, беләбеҙ, – ана шул күләмлелек алдан ентекле, йөкмәткеле әҙерлекте лә талап итә. Бында хатта егерменсе быуат башы ғына ла күҙҙә тотолмай – дәүләтселлек алыуҙың, кәмендә генә лә, оҙаҡ дәүер тупланып йәшәү, ошо ерҙе яҡлау, һаҡлауҙан, унда хужалыҡ итеүҙән, маҡтап йырҙарға һалыу, данлап көйҙәрҙә һөйләүҙән ғибарәт алдағы ифрат оҙон дәүер тураһында ла әйтеү шарт. Һәм әлеге боронғолоҡ бөгөнгөлөккә сағыу буяу ҙа өҫтәй – япрағы менән генә күркәм түгел ағас, тәрәндән килгән тамыры ла мөһабәтләндерә уны.
Һәм тамыр тип һүҙ гүзәллеге, образлылыҡ өсөн генә лә әйтелмәне – ер мәсьәләләре тураһында һөйләшмәксебеҙ бөгөн. Сөнки ул Рәсәйҙә, уның оҙон тарихында, иң ҡатмарлы өлкәләрҙең береһе булған да, бар ҙа – йәмғиәт үҙгәреү менән ер мөнәсәбәттәре лә икенселәнә һәм был тәбиғи ҙә, әлбиттә – милеккә ҡағылышлылыҡ ғайәт йоғонтоло бында. Ғөмүмән мөлкәт менән ерҙең бөгөн дә йәнәш йөрөгәне, ҡушма ҡулланылғаны мәғлүм. Ә инде халҡыбыҙҙа уға бәйле мәҡәл менән әйтемдәрҙең иҫәбе-һаны юҡ.
Шулай ҙа бөгөн, уларҙан да бигерәк, һандарға, факттарға таянырбыҙ, сөнки әңгәмәгә ғалимдар саҡырылған. Ә теләгәнебеҙ – Рәсәйҙә ер мәсьәләләре тарихын тәрән аңлау һәм, шуға нигеҙләнеп, тармаҡтағы бөгөнгө хәлде асығыраҡ төшөнөү, ә тимәк, уның киләсәгенә бәйле фекерҙәр белдереү. Бөгөнгө һәм киләсәк, тип бында күнегелгән телмәр сылбыры ғына белдерелмәне – бәйләнеш ғәмәлдә лә бар. Мәҫәлән, ун һигеҙенсе быуат аҙағы менән ун туғыҙынсы быуат башынаса аграр сәйәсәттә үткәрелгән иң эре сара – Генераль межалауҙың төп принцибы "дачалар буйынса ер үлсәү" була бит. Шартлы биләмә берәмеге һанала был. Ә беҙҙең көндәрҙә, республикала, былтыр ғына әле, рәсми телдә әйтһәк, ер участкаларын һәм капиталь төҙөлөш объекттарын инвентарләштереү уҙғарылды. Ни өсөн? Тәртип кәрәк бит, дәүләт илдә нимәнең күпме булғанын аныҡ белеп торорға тейеш, шунһыҙ идараның сифаты түбән булырға мөмкин.
Генераль межалау башҡорт ерҙәре ингән – тәү нәүбәттә Ырымбур, әлбиттә, шулай уҡ Пермь, Һарытау губерналарында, ә был 1798-1842 йылдарҙа бара, нисек тормошҡа аша? Бының ергә аҫабалыҡ хоҡуғына йоғонтоһо ҡайһылай була? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуаптарҙы Башҡорт дәүләт университетының Тарих һәм дәүләт идараһы институты хеҙмәткәрҙәре – кафедра мөдире, тарих фәндәре докторы, профессор Айтуған Аҡманов менән доцент, тарих фәндәре кандидаты Рәсих Зәйтүновтан ишетергә ниәтләнәбеҙ.