Ихлас барһын ислах

      Рәсүл Сәғитов:   

Фото №1 - Ихлас барһын ислах

      – Урындағы үҙ идараны һалабыҙ бөгөн уртаға һәм быға кәмендә ике һәйбәт нигеҙ вә мәғлүмәти һылтау бар. Беренсенән, 2013 йылдан ошо өлкә көнө тип билдәләнеп киленгән 21 апрелгә яҡынбыҙ. Ә ул Екатерина Икенсе имзаһы менән 1785 йылда көсөнә индерелгән документ – ҡалаларға бирелгән Грамотаға таянып билдәләнгән. Асыҡлыҡ өсөн тарих буйлап елеп кенә үткәндә – былай. Урындағы үҙ идараның артабанғы үҫеше Александр Икенсе ислахтарына бәйле: 1864 йылда һайланма губерна һәм өйәҙ земство йыйылыштары булдырыла. Улар урындағы хужалыҡ эштәре менән шөғөлләнә. Урындағы үҙ идара хоҡуғына 1870 йылда ҡала думалары менән управалары эйә була. Әммә Александр Өсөнсө дәүерендә инде өлкә хөкүмәт әһелдәре буйһоноуында ҡала. 1917 йылғы билдәле түңкәрелеш һөҙөмтәһендә 80-се йылдар аҙағына – илдә дәүләт хакимлығын үҙгәртеү башланғанса, онотолоп тора. Рәсәйҙең 1993 йылғы Конституцияһында урындағы үҙ идараның үҙ аллылығы иғлан ителгән. Ислахлау һәм үҫтереү бөгөн дә дауам итә.

      Икенсенән, ошо көндәрҙә, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында, территориаль йәмәғәт үҙ идараһы буйынса семинар уҙҙы – унда белдерелгәндәргә әйләнеп ҡайтыу, проблемалар буйынса фекер алышыу талап ителә.

      Ә нимә һуң ул территориаль йәмәғәт үҙ идараһы? «Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙ идараны ойоштороуҙың төп принциптары тураһында»ғы федераль законға ярашлы – «Муниципаль биләмәнең үҙҙәре йәшәгән өлөшөндә урындағы әһәмиәттәге мәсьәләләр буйынса башланғыстарын үҙ аллы һәм үҙ яуаплылығында тормошҡа ашырыу өсөн граждандарҙың үҙ-үҙен ойоштороуы». Асылы буйынса бәхәстәр, бөгөн булһа дауам ҡылына, әммә шул асыҡ: бик мөһим институт был – гражданлыҡ үҙаңын тәрбиәләй, власть менән халыҡ араһында хеҙмәттәшлеккә булышлыҡ итә, һәлкәүлектән, дәүләткә һалынғанлыҡтан арындыра.

      Ләкин быға барып етер өсөн уның үҙен аңлау кәрәк. Әлеге семинар ҙа шуның өсөн ойошторолдо, бөгөнгө эфир маҡсаты ла – ошо. Территориаль йәмәғәт үҙ идараһы тик халыҡ башланғысы менән генә барлыҡҡа килтерелә, вәкәләттәре нәҡ граждандар тарафынан ғына билдәләнә, шуға күрә юғарынан көтөп ятыу бында һис урынһыҙ.

      Студияла «Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәр Советы» Ассоциацияһының башҡарма директоры Рөстәм Исхаҡовты сәләмләйбеҙ.

 

ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
Асыҡ студия
"Рәсәй - спорт державаһы"  халыҡ-ара форумы.
"Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара форумы.
Асыҡ студия
Артҡа ҡарап алға барыу
Артҡа ҡарап алға барыу
Асыҡ студия
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии