Киңлек булһын, бушлыҡ булмаһын

      Рәсүл Сәғитов:

Фото №1 - Киңлек булһын, бушлыҡ булмаһын

      – Май – эшкә урынлашыу тураһында һөйләшеүгә яй: студент инерҙән алда сығырын документ тапшырғанда, бәлки, тәрән уйламаһа ла, бөгөн, белем документы алғанында, елкә тырнарға мәжбүр – ҡайҙа  барырға?

      Кем ошоноң менән үҙеме, яҡынымы осрашҡан – белә: был – ҙур бәлә. Һәм бында, минеңсә, күп көс, сығым түгелгән йылдарҙың тейешле һөҙөмтә бирмәй туҡталыуы яман. Совет осорондағы һымаҡ, ҡушылған ергә мотлаҡ барырға тейешлек булмауы һәйбәт, әлбиттә – яҙмышыңды үҙең яҙаһың, йәнең теләгән менән булышаһың, әммә азат киңлектең азат бушлыҡ булыуы ла ихтимал.

      Үткәндәргә ҡайтыу юҡ, кәрәкмәй ҙә, әммә ҡайһы бер тәжрибәләр иҫкә йыш төшөрөлә. Дәүләт Думаһына вуз тамамлаусыларҙы эшкә мәжбүри урынлаштырыу тураһында закон проекты тапшырылғанына диҡҡәт ҡылынғандыр. Айырып әйтәйек: бюджет иҫәбенә уҡығандар ғына күҙҙә тотола. Төп маҡсат тип тәжрибә алыу атала, сөнки егет һәм ҡыҙҙарҙың яртыһынан күберәге тап шул арҡала эшһеҙ.

      Ләкин артыҡ ҡәтғилек урынһыҙ кеүек, өҫтәүенә Конституцияға ла тура килеп етмәй, һәр хәлдә конкурс нигеҙендәге бушлай юғары белем һәм хеҙмәт ирке тураһындағы статьяларға, туранан-тура булмаһа ла, ҡаршы килә. Бик етди мәсьәлә был, төп законды үҙгәртергә ашығыу ҙә дөрөҫ булмаҫ, ҙур эшкә тотонор алдынан бәләкәйҙәрен ентекле барлап сығырға кәрәк.

      Етмәһә эште уҡыу йорттары үҙҙәренең кимәлендә лә башҡара ала, бының өсөн ижади ҡараш һәм яуаплылыҡ ҡына талап ителә. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында, мәҫәлән, йылда ошо ваҡытта эшкә урынлаштырыу комиссиялары эшләй һәм хәҙер башланыр әңгәмәлә тәүһе һорау ошоға ҡағылышлы булыр ҙа.

      Хәлдең 19 апрелдә, республика башлығы менән тура элемтәлә лә, күтәрелгәне мәғлүм. Һүҙ республиканан ситтәге вуздарҙа уҡыусылар хаҡында барҙы, әлбиттә, әммә йөкмәтке – барыбер ҙә шул. Сарала республика өсөн кәрәкле белгестәр исемлеге төҙөләсәге белдерелде.

      Мәсьәлә буйынса фекер алышыуға әле аталған педагогия университетынан доцент, филология фәндәре кандидаты Зөләйха Хәбибуллина менән магистрант Регина Хисмәтованы саҡырҙыҡ.

ЮНЕСКО. Эшмәкәрлек төрлө ҡырлы
ЮНЕСКО. Эшмәкәрлек төрлө ҡырлы
Асыҡ студия
Ватан һаҡлаулы, халыҡ яҡлаулы
Ватан һаҡлаулы, халыҡ яҡлаулы
Асыҡ студия
Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы
Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы
Асыҡ студия
Республика Башкортостан. Международная выставка-форум «Россия»
Акции БСТ